TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #79

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,100Post view count
PostedDec 1312/13/2022, 12:22 PM
Post content

Post content

Тарих Ике башлы таяҡ тарих: Бер осо - дан, берһе - ҡан. Мең ҡорбанға бер еңеү тик, Бер ғүмергә мең ҡорбан! Ике яғы үткер бысаҡ - Ҡайралған хәнйәр тарих. Бер яғында илһаҡларҙар, Бер яҡта баҫҡын халыҡ. Көсләү менән мөхәббәттең Айырмаһын тоймаусы, Алға, тиеп ынтылғанда Артҡа киткән ылаусы, Уңаҡай ҙа, һулаҡай ҙа, Тарих - сәйер сәйәхәт, Бер бите аҡ, берһе ҡара, Ике йөҙлө хәйләкәр. Тарих - хәтер, хәтерһеҙлек: Һәйкәлләнгән төбәктәр, Онотолған, рәнйеп ятҡан, Ерләнмәгән һөйәктәр! Барыһы ла бер йөрәктә, Бәғерендә халыҡтың. Бер осо дан, бер осо ҡан: Башы ике тарихтың... 2020 йыл Танһылыу Ҡарамышева