TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #80

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,150Post view count
PostedJan 1901/19/2023, 10:21 PM
Post content

Post content

Нисек нахаҡты кисерҙең, Ил ағаһы Мортаза?.. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡындағы иҫтәлектәрҙән: 2017 йылда беренсе тапҡыр уҙғарылған "Йөрәк һүҙе"нән һуң Мортаза Ғөбәйҙулла улы мине үҙенә саҡыртып алды. - Һин унда бик шәп фестиваль уҙғарып ятаһың икән, халыҡты илатып бөткәнһең. Кеше шулай ти бит. Мин БСТ-ны ҡарамайым. Видеояҙмаһын килтерһен әле тигәйнем, алып килдеңме? - тип баҫып ҡулын биреп ҡаршы алды ул мине. - Мортаза Ғөбәйҙуллович, алып килдем, рәхмәт, фестиваль түгел, шиғриәт бәйгеһе уҙғарҙым. Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау ниәте менән сентябрь айында урамдарға сыҡҡан милләттәштәребеҙҙең #Оран булып яңғыраған аһ-зарынан тыуған мәҙәни бер сара булды ул,- тинем. - Ярар, ә кем ярҙам итте һуң уҙғарырға, ниңә миңә килмәнең? Бүләге лә шәп булған - машина! - Илшат Азамат улы Тажетдинов ярҙам итте. Рәхмәт уға! Туған телдең бәҫен юғары тоторға кәрәк, ана бит "Һылыуҡай" конкурстарында еңеүселәргә ҡиммәтле тундар, машиналар бирәләр, ә "Туған телем", "Тыуған илем", "Тыуған ерем", "Ғәзиз халҡым" тип уның яҙмышы хаҡында борсолоп, оло сәхнәләрҙе халыҡ трибунаһы итеп, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтә белгәндәргә баһа ла ҙур булырға тейештер бит, Мортаза Ғөбәйҙуллович, - тип һүҙемде дауам иттем. - Дөрөҫ әйтәһең! Ҡара әле, Илшат рухлы ғына егет икән, маладис! Минән дә берәй премия булдырайыҡ. Тағы ла ҡасан үткәрәһең? - тип һораны ул ҡыҙыҡһынып. - Әлегә был бәйгенең дауамы хаҡында уйламағайным. Һеҙ әйткәс 2018 йылда ла үткәрергә тырышырмын инде хәҙер, Мортаза Ғөбәйҙуллович. - Халыҡ юҡҡа ғына шау-гөр килмәйҙер, халыҡ оҡшатҡас, тимәк, ул кәрәкле сара! Һин күп уйланма - мотлаҡ эшлә! Минән дә махсус премия булыр, - тип "Йөрәк һүҙе - 2017" яҙмаһын алып ҡалды. Ә инде 2018 йылда үҙем барып саҡырыу ҡағыҙын ҡулына тотторғас, ул: "Килермен, мине белгәндәргә сәләм әйтә тор,"- тип арҡамдан һөйөп, йылмайып тороп ҡалды. Беренсе Президентыбыҙҙы һуңғы минутҡа тиклем көттөм, бәйге башланғас та килмәнеме икән тип фойеға сығып-сығып ҡарап йөрөнөм - өмөт аҡланманы... Ул бик теләһә лә, халыҡ араһына сығырға баҙнат итмәне шул... Ышанырлыҡмы ни, ял белмәгән, халҡынан башҡа үҙен бер генә секундҡа ла күҙ алдына килтерә алмаған Президент(!), шиғырҙа яҙылғанса, "8 йылға тере килеш күмелгәйне" бит ул саҡта!.. Шунан "Йөрәк һүҙе"нән һуң ике көн дә үтмәне, ул мине тағын үҙенә саҡырып алды. Уға шиғриәт бәйгеһендә уҡылған, Учалы егете Фәнил Бүләков менән уның ҡыҙы Азалия башҡарыуындағы видеояҙманы алып барҙым. Ил ағаһы мине, аяғының ауыртыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәттәгесә баҫып, ҡулын күрешергә һуҙып ҡаршы алды. Йүгереп килеп күрештем дә: - Халыҡ Һеҙҙе көттө, бик көттө, Мортаза Ғөбәйҙуллович,- тинем. - Ысынмы? Мин барырға йыйынып та бөткәйнем былай... - Һеҙгә күстәнәскә бер шиғыр алып килдем әле бына. Тыңлайһығыҙмы?- тип флешканы уға һуҙҙым. Ул: - Был нәмәне компьютерға ҡуя беләһеңме һуң үҙең, әллә ярҙамсымды саҡырайыммы? Тыңлағы килә, әлбиттә. Миңә әйттеләр ул һеҙгә арнап "Йөрәк һүҙе"ндә шиғыр уҡынылар тип. Халыҡ иланы, тамашасылар оҙаҡ итеп ҡул сапты тип тә әйттеләр, әйттеләр. Әле мин шул осрашыуҙы иҫләйем дә, үҙем илайым, дуҫҡайҙарым... Бына нисек булды ул: Өҫтәлендәге монитор аша видеояҙманы бер тапҡыр ҡарағандан һуң, ул күҙ йәштәре аҡҡан йөҙөн күрһәтмәҫкә тырышып: - Быны тағы ла бер тапҡыр тыңлап буламы? - тип һораны. Мин видеоны ҡабатлауға ҡуйҙым да ҡарарға ҡамасауламайым тип уның өҫтәленән ситкәрәк барып баҫтым. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, уң ҡулы менән битен ҡаплабыраҡ, Фәнил Бүләковтың "Ил ағаһы" исемле шиғырын тыңлай... Ваҡыты-ваҡыты менән, уның яҙмыш баҫҡан яурындары ҡалҡып-ҡалҡып ала, мышнап та, ауыр тын да алып ебәрә... Иҫ китмәле, мәңге онотолмаҫ, тетрәндергес күренеш булды ул минең өсөн! Тын да алмай уны күҙәтәм - ул бирелеп китеп, хисләнеп тыңлай: ..."Ил ағаһын рәнйеттек беҙ, Шул хаҡта ине һүҙем. Хурлыҡтан бит күптәребеҙ Йәшерҙе күргән күҙен. Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе Тарих битенә яҙа. Нисек нахаҡты кисерҙең, Ил ағаһы Мортаза?.." Субырлап аҡҡан күҙ йәштәре ҡаршылыҡһыҙ уның танауы буйлап ағып, имән өҫтәлгә суп-суп итеп тама... Тынлыҡ...