TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Башҡорт теле
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT POST

Post #81

@bashkort_tele

Башҡорт теле

Views1,540Post view count
PostedJan 1901/19/2023, 10:21 PM
Post content

Post content

Күпмелер ваҡыт үткәс, ул миңә боролмай ғына: - Һин бындамы әле ул, ҡыҙыҡай? Бар, ҡайт. Рәхмәт. Аҙаҡ "Йөрәк һүҙе"ңдең тулы яҙмаһын килтерерһең, йәме, - тине. Быйыл "Йөрәк һүҙе" 18 апрелдә алтынсы тапҡыр уҙасаҡ, унһыҙ уҙасаҡ... Әммә, иманым камил, халҡыбыҙ үҙ итеп ҡабул иткән шиғриәт бәйгеһе сәхнәһенән яратҡан Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында шиғырҙар мотлаҡ яңғыраясаҡ! @ Наилә Сәфәрғолова *** Ил уланы башын эймәй Халҡына булды ҡалҡан. "Йөрәк һүҙе"ндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арналған шиғыр Фәнил: Салауаттың язаһынан Үткән, балам, күп ғүмер. Тик тарихтың усағында Һүнмәгән ошо күмер. Баҙлап ҡына ятҡан утта Ҡыҙа, ҡыҙара тимер. Илһөйәрҙәргә баҫыла «МИЛЛӘТСЕ» тигән мөһөр. Телһөйәрҙәргә тағыла Шул уҡ «Милләтсе» һүҙе. Һуҡыр булып ҡала күптәр Булһа ла күрер күҙе. Ил ағаһы исемен дә Әйтеү беҙгә тыйылды Ҡол булдыҡмы, ҡурҡаҡмы беҙ Өндәребеҙ тығылды!.. Ил ағаһы һигеҙ йылға Тере килеш күмелде!. Ошо ауыр хыянат гел Ҡырып тора күңелде. Азалина: Һуҡыр булып ҡала күптәр Күрһә лә күрер күҙе, Тигән инең миңә, атай, Әсенеп кенә үҙең, Ни хаҡта ине һүҙең? Фәнил: Ил ағаһын рәнйеттек беҙ, Шул хаҡта ине һүҙем. Хурлыҡтан бит күптәребеҙ Йәшерҙе күргән күҙен. Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе Тарих битенә яҙа. Нисек нахаҡты кисерҙең Ил ағаһы Мортаза? Бөгөн килеп данлайбыҙ ҙа Һинең оло исемде. Ярамһаҡҡа индермәгеҙ Зинһар, минең есемде. Теҙләндерер саҡта донъя Һынманы халҡым улы. Милләтенә һуҙҙы һәр саҡ Мәрхәмәт тулы ҡулын. Ил уланы башын эймәй Халҡына булды ҡалҡан. Ялғандан тормош тирмәне Яһай һәр саҡ он-талҡан Азалина: Ил ағаһын күргем килә, Ул бит миңә олатай! Ул төҙөгән мәктәпкә лә Мин йөрөр инем, атай. Фәнил: Ил ағаһы арабыҙҙа Милләтемдең ул ҡото Йөрәгенә өмөт һалып Уятты ул башҡортто Ил уланы үҙ халҡының Рухын ҡурсыған атай. Иле өсөн янып көйгән Аҡһаҡал ул олатай. Ул астырған күп мәктәпкә Эленгән бөгөн йоҙаҡ. Халҡым киләсәге өсөн Ҡоролған ошо тоҙаҡ. Сабылған беҙҙең тамырға Милләт ҡанһырар балта Туған телем киләсәген Томандар тора ҡаплап. Үҙ телемдә уҡытырға Яҙам һиңә ғариза. Киләсәгем ҡайҙа илтер Эштәр ҡалғас ҡағыҙға. Азалина: Хаҡлыҡ ҡалҡа, һыуға батмай Ошо дөрөҫмө, атай? Беҙ башҡорттар булырбыҙмы Шул борсой мине, атай? Фәнил: Башҡорттарҙың киләсәге - Берҙәмлектә, берлектә. Илен яҡлап һүҙен әйтеү Яҡлай алыу, ирлектә. Берҙәмлектең усағында Гел дөрләп торһа ялҡын. Дәүерҙәрҙе атлап сығыр Илһөйәр ғәзиз халҡым. Хөрмәт итһә үткәндәрен, Телһөйәр булһа балам, Киләсәккә милләтемдең Ышаныс менән бағам. © Фәнил Бүләков