Post content
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ҒӘҘӘТТӘРЕ «Башҡорт рухы» Ер йөҙөндә йәшәгән һәр боронғо халыҡтың быуаттар буйы булдырылған үҙ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре була. Был ғәҙәттәр (халыҡ ҡағиҙәләре) халыҡҡа үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Башҡорт халҡы — Урал тауҙары һәм уларға яҡын ерҙәрҙә формалашҡан бик боронғо халыҡ. Уның да йәмғиәт тәртибен көйләгән үҙ ҡағиҙәләре, йәғни ғәҙәттәре булған. Беҙ ошо ҡағиҙәләрҙе бер йыйынтыҡҡа тупланыҡ, уларҙы заманса донъяға яраҡлаштырҙыҡ, шул уҡ ваҡытта ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең асылын боҙмаҫҡа тырыштыҡ. Был ғәҙәттәр йыйынтығына башҡорт тормошондағы төрлө мәсьәләләр — ергә ҡарата мөнәсәбәттән ғаиләгә һәм башҡорт теленә тиклем — индерелде. Ошо йыйынтыҡта тупланған ғәҙәттәр халҡыбыҙҙы яңынан үҙ иманына, традицияларына, телде һөйөүгә ҡайтара алыр тип ышанабыҙ. Башҡорт халҡы мең йылдар буйы йәшәһен, үрсеп артһын, үҫешһен һәм донъяны үҙенең бай мәҙәниәте менән байытһын. Амин!