Post content
Ер Һәр башҡорт шуны аңларға тейеш: ошо ил беҙгә бер кем тарафынан да бүләк ителмәгән һәм беҙҙе бында бер кем дә күсереп килтермәгән. Был ерҙәр — беҙҙең төп ерҙәребеҙ. Улар борон-борондан башҡорттоҡо булған. Халыҡ булараҡ беҙ тап ошо ерҙәрҙә формалашҡанбыҙ. 922 йылда уҡ Ибн-Фаҙлан үҙенең яҙмаларында беҙҙе телгә алған. Белеүегеҙсә, ул тап беҙҙең ерҙәр буйлап сәйәхәт иткән. 1073 йылда Мәхмүт әл-Кашғари үҙенең энциклопедик хеҙмәте — «Төрки телдәр һүҙлеге»ндә лә беҙҙе, башҡорттарҙы, төп егерме төрки халыҡ араһына индерә. Ошо ерҙәрҙә мең йылдар буйы йәшәйбеҙ, һәм был ерҙәр беҙгә Аллаһ тарафынан васыят ителгән. Беҙҙең ата-бабалар ватаныбыҙ өсөн ҡан түккән, баҫҡынсыларға ҡаршы арыҫландай һуғышҡан. Ә бит ошо быуаттар эсендә күп кенә халыҡтар юҡҡа сыҡты: болғарҙар, скифтар, ғүндар, сарматтар, жунғарҙар, ҡыпсаҡтар... Ә башҡорттар һаҡланып ҡалды. Халҡыбыҙға төшкән шул ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәп киләбеҙ, уны һаҡлап алып ҡалдыҡ. Әлбиттә, беҙҙең ҡайһы бер ерҙәребеҙ ваҡытлыса урыҫтар тарафынан баҫып алынған. Ләкин бөгөнгө көндә иң мөһиме — үҙебеҙҙә ҡалған ерҙе һаҡлап ҡалыу. Тарих шуға шаһиттыр: кисәнге баҫҡынсы иртәгәһенә үҙе һөрөлгән хәлгә төшә, һәм киреһенсә. Шуға өмөттө өҙмәйек!