TGTGInsightаналитика telegramLIVE / telegram public index
← КПРФ 102
КПРФ 102 avatar

TGINSIGHT POST

Post #3098

@kprf102

КПРФ 102

Просмотры43Количество просмотров
Опубликован12 апр.12.04.2026, 06:54
Содержимое поста

Содержимое

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитетының Беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужиндың Космонавтика көнө менән ҡотлауы Ҡәҙерле иптәштәр! Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе исеменән һәм үҙемдең исемдән һеҙҙе Космонавтика көнө һәм әһәмиәтле дата – кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 65 йыл тулыу менән ихлас ҡотлайым. 1961 йылдың 12 апреле совет фәне һәм техникаһының триумфы көнө генә түгел, яңы киңлектәргә юл асҡан социалистик системаның өҫтөнлөгөнә ышандырырлыҡ дәлил булған көн дә ул. Юрий Гагариндың йыһанға осоуы – Лениндың ГОЭЛРО планының, Сталиндың индустрияллаштырыу сәйәсәтенең, халыҡҡа киң белем биреү системаһын үҫтереүҙең һәм партияның ябай кешегә ышанысының туранан-тура һөҙөмтәһе ул. Был еңеүҙе яулаған яҡташтарыбыҙ менән айырыуса ғорурланабыҙ. Совет осоронда Башҡортостан йыһанды үҙләштереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Космонавтика тармағында бөгөн дә республиканың күп кенә ғилми-тикшеренеү ойошмалары, тәжрибә-конструкторлыҡ бюролары һәм сәнәғәт предприятиелары уңышлы эшләй. Замнында Салауат химия заводында ракета яғыулығы өсөн уникаль компонент – гептил һәм легендар «Буран» карабында ҡулланылған синтин етештерелә ине. Ә Күмертау авиация етештереү предприятиеһы вертолеттар ғына сығарманы, ә күп тапҡыр ҡулланыла торған космос техникаһы өсөн агрегаттар етештереп, «Буран» программаһында ла туранан-тура ҡатнашты. Күп кенә предприятиеларыбыҙ йыһан техникаһы өсөн компоненттар сығара, йыһанды үҙләштереү буйынса мөһим проекттарҙа ҡатнаша ине. Әлеге көндә, буржуаз идеологтар тарихты яңынан яҙып, йыһанды ла үҙ ҡулына алырға тырышҡанда, һәр коммунистың, һәр ысын кешенең изге бурысы – иҫендә тотоу: йыһанға беренсе булып Советтар иленең улы осоп барҙы. Беҙ, коммунистар, ышанабыҙ: ата-бабалар тәжрибәһенә һәм социалистик үҫеш моделенә генә таянып, Башҡортостан да, Рәсәй ҙә космос тикшереүҙәрендә яңынан алдынғылыҡты аласаҡ. Бөгөн мин республикабыҙҙың һәр кешеһенә тыныс, аяҙ күк йөҙө теләйем – ғаләмдә лә, илебеҙҙә лә тыныслыҡ булһын! Һеҙгә Гагаринса ҡыйыулыҡ, рух ныҡлығы, сәләмәтлек һәм яҡты киләсәккә ышаныс теләйем. Балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ йондоҙҙарға ынтылған һымаҡ белемгә ынтылһын, киләсәктең нигеҙендә дөрөҫлөк, ғәҙеллек һәм прогресс булғанын онотмаһын. Байрам менән, ҡәҙерле Башҡортостан халҡы! Космонавтика көнө менән! РФКП-ның Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин