Содержимое
💥Күгәрсен район хакимиәте эштәр менән идара итеүсе Рима Рәмил ҡыҙы Мусина «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Изге подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды. - Район гәзиттәрен яратып уҡыйым һәм йыл да алдырам. Татыу, өлгөлө йәш ғаиләләр, үҙ эшенен оҫтаһы булған яҡташтарым тураһында яҙылған эстәлекле мәҡәләләр оҡшай. Кешегә рухи аҙыҡ бүләк иткән гәзит-журналдарға һеҙ ҙә яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар! – тип бүлеште ул үҙ сәхифәһендә. 🗞Рима Рәмил ҡыҙы «Изге подписка» акцияһына ҡушылып, Мораҡ ауылында йәшәүсе 2 хеҙмәт ветеранын ярты йылға “Мораҙым” гәзитенә яҙҙырҙы. 🗞Эстафетаны хеҙмәттәше, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ефкееваға тапшырҙы. #Изгеподписка акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ни бары күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә, оло йәштәгеләргә район, республика матбуғатына подписка бүләк итергә генә кәрәк. #ПодпискаРБ2025 #ДобраяПодписка2025