TGTGInsightаналитика telegramLIVE / telegram public index
← Кугарчинский район Республики Башкортостан
Кугарчинский район Республики Башкортостан avatar

TGINSIGHT POST

Post #7953

@kugarchadmin

Кугарчинский район Республики Башкортостан

Просмотры254Количество просмотров
Опубликован19 авг.19.08.2025, 13:07
Содержимое поста

Содержимое

💥Үрге Мөрсәләй ҡыҙҙары ауылға ҡайтты... Үрге Мөрсәләй ауылында матур итеп донъя көткән апай-инәйҙәр, һылыуҙар, ошо ауылда тыуып үҫеп, әммә артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙар һәм сығыштары менән башҡа ерҙән булған, әммә Мөрсәләй ауылында төпләнеп, ошо ергә ереккән килендәр һәм енгәйҙәр бик күркәм һәм матур сараға йыйылды ошо көндәрҙә. Ошо ергә таш булып батҡан, бөтөн булмыштары менән ауыл киләсәге өсөн янып йәшәгән килен-енгәйҙәр ҙә күп бында. Сара ауыл обелискыһына сәскә һалыу, балаларға уйындар, ололар өсөн күнелле ярыштар һәм, әлбиттә, ауыл һәүәҫкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Байрам аҙағында бөтә ауыл бер булып мәсет ихатаһында самауыр сәйе менән һыйланды. Күп ауылдарға өлгө булырлыҡ, бик татыу һәм тырыш Үрге Мөрсәләйҙәргә артабан да күрешеп, аралашып йәшәүҙәрен, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә булған һөйөүҙе юғалтмауҙарын теләйбеҙ. #КүгәрсенРайоны