TGTGInsightаналитика telegramLIVE / telegram public index
Содержимое поста
Содержимое
Бикбулат ауылында йәшәгән Әнүәрә Зәкир ҡыҙы Хәлитова ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшен билдәләне. Юбилярҙы тәбрикләргә йола буйынса район, урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм туғандары йыйылған. Әнүәрә Зәкир ҡыҙы күркәм тормош юлы үткән кеше. Бөгөн ул балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Матур юбилейы менән инәйҙе ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ! #КүгәрсенРайоны