Содержимое
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫ «ЯНЫБАЙ ХАММАТОВ. ТАРИХҠА ТАБАН АЛТЫН КҮПЕР» КҮРГӘҘМӘҺЕ СИКТӘРЕНДӘ ЯНЫБАЙ ХАММАТОВТЫҢ «ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ» КИТАБЫНЫҢ ИСЕМ ТУЙЫНА САҠЫРА Башҡортостан Республикаһының Милли музейы әҙәбиәт һөйөүселәрен йәнә ҡунаҡҡа саҡыра. 19 февраль 16:00 сәғәттә «Яныбай Хамматов. Тарихҡа табан алтын күпер» күргәҙмәһе сиктәрендә, яҙыусының «Төньяҡ амурҙары» романдарының исем туйы үтәсәк. Яныбай Хамматовтың иң төп әҫәрҙәренең береһе «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы, 43 йыл үткәс, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәте тарафынан ҡайтанан баҫтырылды. 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында дан ҡаҙанған башҡорт полктары һәм батырҙары хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән ителгән китап һис шикһеҙ яңы уҡыусыларын табасаҡ. Йыр-моң менән һуғарылған сарала әҙиптең ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәләре Наилә Аҙнағолова, «Төньяҡ амурҙары» аудиокитабының дикторы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.