Содержимое
МУЗЕЙҒА КИЛ ДӘ КИТАП ОТ! Милли музей һәм Алһыу Хамматова “Яныбай Хамматов. Тарихҡа табан алтын күпер” күргәҙмәһе ҡунаҡтарына бүләк әҙерләй. 19 февралдә 16:00 сәғәттә үтәсәк Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” дилогияһының исем туйында Алһыу Хамматованың автографы менән китап отоу мөмкинлеге буласаҡ. “Төньяҡ амурҙары” романында автор 1812-1814 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын тасуирлап ҡына ҡалмай, башҡорт йолаларын, башҡорт халыҡ йырҙарын да индерә. Тап ошо романы өсөн Яныбай Хамматовты “Башҡорт Толстойы” тип йөрөтәләр. Ни өсөн? Музейҙа үтәсәк сарала тәфсирләп һөйләрбеҙ. Бүләк отоуҙа ҡатнашыу өсөн шарт ябай: 19 февраль 16:00 сәғәттә Милли музей әҙерләгән сараға кил, махсус ҡумтанан тейешле ҡағыҙҙы сығар һәм Яныбай Хамматовтың иң төп әҫәрҙәренең береһе булған “Төньяҡ амурҙары” китапбына эйә бул. Милли музейҙа осрашҡанға тиклем, дуҫтар!