TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Ханзаман 🖋
Ханзаман 🖋 avatar

TGINSIGHT POST

Post #76

@bashkhanzaman

Ханзаман 🖋

Қараулар136Қараулар саны
Жарияланды20 қаң.20.01.2026, 15:22
Мазмұн

Хабардың мазмұны

❓ХӘЙБУЛЛАЛА МӘКТӘПТӘРҘЕ ЯБАЛАРМЫ? Балалар һәм мәктәп тиһәң, ауыл халҡының йөрәгенә тейә был һүҙҙәр. Сөнки күптәр мәктәптәр йәшәһә, ауыл да йәшәй, тигән фекерҙә. Балалы йәш ғаиләләрҙе ауылда ҡалдырыу, тимәк, ауылды йәшәтеү өсөн төп шарттарҙың береһе иҫәпләнә шул был. Һәм ошо “ауыртҡан ер”гә юҡтан ғауға сығарырға әҙер тороусылар ҙа әленән әле “баҫып” ала. Буранбай Асҡаровтың Хәйбулла районында ауыл мәктәптәре ябылыуға бәйле республика прокуроры Игорь Пантюшинға яҙған асыҡ хаты шундай аҙымдың береһе. Буранбай Асҡаров Оло Әбеш, Йәнтеш, Антингән, Ивановка, Яңы Ергән һәм Мәмбәт ауылдары мәктәптәрен район хәкимиәте аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, башҡа белем усаҡтарына ҡушырға ниәтләүҙә ғәйепләй. Ул шулай уҡ был балаларҙың белем алыуға хоҡуғын боҙа, ә район хакимиәте башлығына ҡиммәтле автомобиль бүләк иттеләр, тип иҫбатлай. Шуға, уныңса, ришүәтселеккә тикшереү үткәрергә, машиналар ниндәй аҡсаға алыныуын тикшерергә, мәктәптәрҙе “ҡушыуҙы” туҡтатырға кәрәк. ❓Әммә ысынында һүҙ был ауыл мәктәптәрен ябыу һәм юҡ итеү хаҡында бармай, тик әлеге лә баяғы, мәғарифты оптимәлләштереү генә көтөлә. Был нимәне аңлата һуң? Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, районда демографик үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алырға тура килә – ауылда күпме бала бар, күпмеһе мәктәпкә йөрөй. Һәм балалар һаны күп булмағас, был белем усаҡтарын үҙгәртеп ҡоралар – яҡындағы ҙурыраҡ мәктәптәр ҡарамағына индерәләр. Уҡыусылар, ғәҙәттәгесә, үҙ ауылындағы мәктәптә белем алыуҙы дауам итә, уҡытыусылар эштә ҡала, әммә директорҙар урынына ғына дөйөм етәкселек була. Был уҡыу процесына йоғонто яһамайса, аҡса мәсьәләһен яйға һалырға ярҙам итергә тейеш. Әйткәндәй, 2025 йылғы уҡыу йылынан Маҡан мәктәбенә 27 уҡыусы белем алған Мәмбәт ауылы мәктәбе, Аҡъярҙағы күп баҫҡыслы 3-сө мәктәбенә 29 уҡыусылы Антингән ауылы һәм 10 уҡыусылы Йәнтеш ауылы мәктәптәре ҡараясаҡ. 2026 йылдан тағы ла Яңы Ергән мәктәбе (38 уҡыусы) 2-се Аҡъяр урта мәктәбенә, Ивановка ауылы мәктәбе (32 уҡыусы) Татырүҙәк урта мәктәбенә “ҡушыу” ниәтләнә. Ә бына Советтар Союзы Геройы Ҡ.Х. Әхмәтшин исемендәге Оло Әбеш урта мәктәбе элеккесә эшләйәсәк. Ғөмүмән, бер мәктәп тә ябылмай һәм ҡыҫҡартылмай, ни бары етәкселек итеү йәһәтенән генә үҙгәрештәр индерелә. ⚡Быларҙан сығып, шундай һорау тыуа:мәсьәләнең айышына төшөнөп етмәгән халыҡты ҡузғыртып, район етәкселегенә ҡаршы ҡуйыуҙан кем ота?