Соңғы хабарлар
1/7 бет · 83 хабар
Жарияланды 4 сәу.
Тарих дөрөҫлөк һәм һаҡсыл ҡараш талап итә. Салауат Юлаев һәйкәле - ул беҙҙең мираҫ, халҡыбыҙҙың көсөн һәм ҡаһарманлығын кәүҙәләндереүсе Башҡортостандың айырылғыһыҙ символы. Һәйкәл Ағиҙел ярындағы үҙенең законлы урынын кире биләй алмауына бер кем дә, бер ҡасан да юл ҡуймаҫын күптән аңларға кәрәк инде. Әлбиттә, бындай һәйкәлде реставрациялау бик ҡатмарлы һәм күп ҡырлы эш. Бының өсөн Рәсәй художество академияһы ҡанаты аҫтындағы илдең иң яҡшы белгестәре саҡырылған да инде. Был турала реставрация цехы һәм Салауат Юлаев майҙанынан Вәлитов TV репортажында. https://t.me/valitovTV/154
Жарияланды 31 нау.
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: ваҡыт күрһәтте — был ҡарар дөрөҫ булды Һәйкәлде реставрациялау кәрәклеге тураһында бәхәстәр күп булды. Ҡайһы берҙәр "тағы ла торасаҡ", "урынында ремонтлап була" тип ҡаршы сыҡты. Ләкин милли ҡомартҡыбыҙҙың әлеге торошо быларҙың барыһын да инҡар итә. Белгестәр һәйкәлде ентекле тикшереп, ҡорос конструкцияларҙың тутыҡҡанын, айырым деталдәрҙең иҫкергәнен асыҡланы. Реставрациялаусыларҙың береһе әйтеүенсә, һәйкәлдең хәле көтөлгәндән дә насарыраҡ булып сыҡты. Бөгөн Өфөлә, Салауат Юлаев майҙанында, тиҫтәләп юғары квалификациялы белгес эшләй. Улар скульптураның һәр детален ат ҡиәфәтенән алып батыр ҡулындағы ҡамсыға тиклем ентекле тикшерә, таҙарта, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Эште федераль мәҙәниәт министрлығында аттестация үткән, Рәсәй академия художество эгидаһы аҫтында эшләгән белгестәр алып бара. Уларҙың юғары кимәлдәге белеме һәм сит илдәрҙә ҙур тәжрибәһе бар. Башлығыбыҙҙың ошо эшкә тотонорға баҙнат итеүе, яуаплылыҡ алыуы беҙгә Салауатты юғалтырға бирмәне, тип әйтергә лә була. Тарихыбыҙҙың тере сағылышы булған был һәйкәл — беҙҙең хәтер, беҙҙең рух символы. Уны һаҡлау беҙҙең бурыс. Эш әле генә башланды, әммә ул дөрөҫ йүнәлештә алып барылыуы бөгөн инде ышаныс тыуҙыра.
Жарияланды 28 нау.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынаТуймазы драма театры оҙатҡан тауыш ҡорамалдары килеп етте. Уларҙы хәрби-сәйәси эш пунктында файҙаланыу ниәте бар. Республика һәм илдең башҡа төбәктәренән килгән артистарға хәҙер коцерт ҡорамалдарын килтереп тороу кәрәкмәй. Туймазы драма театрының ярҙамы менән сифатлы заманса аппаратура полкта бар. Уны көйләгәндә «Певец» «Мәхшәр урманы» тип аталған шиғырымы яҙылған йырҙы башҡарып ҡараны. Көйөн яһалма зиһен ижад итте. Йыр Башҡортостан батырҙарының Серебрянка урмансылығы биләмәһендәге ҡаһарманлығына арнала.
Жарияланды 25 нау.
Патриотик рухты нығытыуға йүнәлтелгән идеялар халыҡта тыуып ҡына тора. Уларҙы йыш ҡына Башҡортостан Башлығына ла тәҡдим итәләр. 📍Бына бөгөн етәксенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге бер тәҡдим күҙгә ташланды: Ҡырмыҫҡалы районынан оҫта ҡуллы Рафаэль Ҡудашев атлы кеше Башҡортостанға... ЯҢЫ ГЕРБ эшләргә тәҡдим итеп ҡуйған. “Ҡурай – халыҡтар батырлығы символы булараҡ ете уҡлы йәйәгә әүерелә, был ҡаһарманлыҡ һәм ил-ерҙе һаҡларға әҙерлекте сағылдыра” – тип аңлата автор үҙе. Ул республикаға хәрби герб эшләргә тәҡдим итә. Бының урынлы булыу-булмауы тураһында БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, БР Башлығы эргәһендәге Дәүләт символикаһы буйынса комиссия ағзаһы Рәмил Рәхимовтан белештек: 🔺 “Герб берәү генә, уның икенсе, өсөнсө төрө булмай. Бер ҡайҙа һәм бер ҡасан булғаны юҡ, мөмкин дә түгел. Герб – ул республика символы, дәүләт символы. Ул берәү. Икенсе герб эшләү – хәрбиме, хәрби түгелме – ярамай. Был осраҡта республика флагы өҫтөнә стилләштерелгән уҡтар эшләнгән. Әммә бының тәрән мәғәнәһе юҡ. Дәүләт символдары тураһындағы законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы флагы бер нәмәнең дә биҙәге, йәки берәй нәмәнең өлөшө була алмай. Флаг закон тарафынан яҡлана”, - тип аңлатты Рәмил Насибулла улы. Республикала закон буйынса раҫланған символдар бар. БР Флагы һәм Гербынан тыш муниципаль берәмектәрҙең гербтары булдырылған, геральдика комиссияһы республинаның хәрби берәмектәренең һәм “Башҡортостан” полкының байраҡтарын рәсми раҫлаған. 🔺 “Хәрби герб талап ителмәй. Башҡа символика үҙгәртелергә тейеш түгел”, - тип һығымта яһаны белгес. Талантлы һәм ижади яҡташтарыбыҙ күп һәм идеялары ла бихисап икәне аңлашыла. Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарына ҡағылышлы бындай мәсьәләгә етди ҡарау кәрәк шул.
Жарияланды 20 нау.
Владимир Путин Рәсәй мосолмандарын изге Рамазан айын тамамлаусы Ураҙа байрамы менән тәбрикләне Ил башлығының телеграммаһында былай тиелә: Мосолман ойошмалары ғаилә институтын нығытыуға, йәштәрҙе тәрбиәләүгә фиҙаҡәр өлөш индерә, дәүләт һәм йәмәғәт структуралары менән конструктив диалог үҫешенә, патриотик, мәғариф, гуманитар инициативаларҙы тормошҡа ашырыуға арымай-талмай иғтибар бүлә. Әлбиттә, айырым рәхмәт һүҙҙәре – Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән Ислам динен тотҡан яугирҙарыбыҙға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам иткән мосолмандарға.
Жарияланды 15 нау.
Үткәнен белмәгән — үҙен дә белмәҫ. Тарихһыҙ кеше — тамырһыҙ ағас кеүек: ҡайҙан үҫкәнен дә, ҡайҙа барырын да белмәҫ.
Жарияланды 25 ақп.
Байрам менән! 25 февраль - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә.
Жарияланды 18 ақп.
❗Әминә Шафиҡова ҡулға алынды: уға досье йыйҙыҡ ✅Әминә Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында тыуған. Урта махсус музыка мәктәбен һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған, Ҡазан дәүләт консерваторияһында ассистентура-стажировка үтә. 2004-2008 йылдарҙа БР Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш консультанты була. ✅Артабан ике йыл З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры булып эшләй, тағы ике йыл – ректор. ✅2012 йылдың 5 октябренән Әминә Ивнәй ҡыҙы БР мәҙәниәт министры вазифаһына тәғәйенләнә. 💯Әминә Шафиҡова республиканың мәҙәниәт өлкәһен 14 йыл етәкләй. Ул Хәмитов заманында ла бик уңышлы ғына эшләне, Хәбиров менән дә уртаҡ тел таба һәм үҙе етәкләгән өлкәгә властарҙың иғтибарын йәлеп итә, үҫеш өсөн кәрәкле проекттарҙы алға этәрә белде. ✅Үҙенең тыуған районында донъя кимәлендәге “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының төҙөлөшө лә тап ул етәкселек иткән осорға тура килде. Баш ҡаланың ҙур мәҙәни объекттары ла оҙаҡ йылдарҙан һуң капиталь ремонтланды: М. Ғафури исемендәге БАДТ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Сибай филармонияһы бинаһы, әле бына Өфөләге Актерҙар йорто сират көтә. Альбанов исемендәге музей, Ҡайтарылған исемдәр музейы кеүек әһәмиәтле урындар барлыҡҡа килде. ✅Ул ғына ла түгел, Рәсәй һәм донъя кимәлендә Башҡортостан Республикаһын танып-белеүҙәрендә лә республиканың Мәҙәниәт министрлығының өлөшө ҙур. Бөтә донъя фольклориада ла шаулап-гөрләп Башҡортостанда үтте. Баш ҡала халҡы йыл да “Евразия йөрәге”, “Симфония төнө” кеүек асыҡ һауала үткән концерттарға яратып йөрөй. ✅Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә лә Әминә Ивнәй ҡыҙы һис ҡасан битараф булманы. Быны инде 2024 йылда ойошторолған Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар дәүләт ансамбле миҫалында ғына ла күрәбеҙ. Унан һуң Ҡурай көнө, “Урал батыр” эпосы көнө кеүек байрамдар булдырылыуы ла министрҙың эшмәкәрлеген баһалай, беҙҙеңсә. 💯Башҡортостанда 11 меңдән ашыу кеше мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Беҙҙең республика Рәсәйҙә иң күп мәҙәниәт усаҡтары булған төбәк: ⚡114 балалар сәнғәт мәктәбе бар, ⚡8 һөнәри учреждение һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты, ⚡2021 йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” төбәк программаһы бойомға ашырыла – ауылдарҙа эшләгән 59 мәҙәниәт хеҙмәткәре 1-әр млн һум ярҙам аласаҡ. ✅Башҡортостанға федераль ярҙам да һиҙелерлек артты: 2026 йылда мәҙәниәтте үҫтереүгә республика 1 млрд 617 млн һум алды, был 2025 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, 2018 йылға ҡарағанда 11,5 тапҡырға күп. ✅2026 йылда, ниһайәт, Өфө дәүләт циркы төҙөкләндерелә башлай, уға 869,4 млн аҡса бүленгән. Шулай уҡ Үрге Ҡыйғы ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенә 147 млн һум, ә 100 мәҙәниәт усағын модернизациялауға һәм республика театрҙары нигеҙен нығытыуға 103 млн һум, 63 муниципалитет китапханаһын комплектлауға 16 млн һум аҡса ҡаралған. Тағы бик оҙаҡ һанарға булыр ине, әммә ошонда туҡтап торайыҡ. Нимә генә тиһәң дә, Әминә Шафиҡованың республика мәҙәниәтен үҫтереүгә һалған тырышлығын дөрөҫ баһаларға кәрәк. Ҡалғанын ваҡыт күрһәтер.
Жарияланды 30 қаң.
Катерина, һылыу Катерина, Илап ҡаршылама таң алдын. Украина! Һине ҡотҡарырға Мин тупрағын үптем Уралдың. Мостай Кәрим. Фашизм тырнағынан Украинаны беҙҙең ата-бабалар бер йолоп алғайны инде. Бөгөн йәнә тотош ил халҡы менән бер ҡатарҙан Урал улдары Донбасты яҡлай. Махсус хәрби операция башланыуға 4 йыл. Оҙаҡ һәм ауыр 4 йыл. Тик беҙ - тылдағылар быға күнектек тә ахыры. Сөнки ауыр гөрһөлдәүҙәр беҙҙән алыҫ. Ә бит уйлап ҡараһаң, хәҙерге шарттарҙа һуғыш беҙҙең тупраҡта ла бара. Дрондар беҙгә лә килеп етә.Уларға ҡаршы махсус көрәш алып барыла. Ә тегендә ир-егеттәр баштарын һала... Әсе ысынбарлыҡ шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең хистәр тупаҫланды, хатта битарафлыҡ биләп алды ахыры. Республика Етәксеһенең бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе яңынан һиҫкәндереп,ойоған аңдарҙы уятып ебәрҙе. Һуғыш дауам итә – Еңеүҙе яҡынайтыуға берҙәмлек кенә ярҙам итә ала! Бөтәһе лә Еңеү өсөн! Алдағы йылға төп саҡырыу ошо булды. Еңеү өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләйек, Еңеү өсөн бөтәбеҙ ҙә эшләйек!
Жарияланды 30 қаң.
Республика Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен берҙәмлек төшөнсәһенән башланы. Санкция баҫымы һәм махсус хәрби операция үткәреү шарттарында беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тирәләй берләшергә һәм илгә һөжүмдәр алдында берҙәм булыу мөһим. Айырыуса ҙур иғтибар социаль тотороҡлоҡҡа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өлкәһендә яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү республикабыҙ тормошонда ғына түгел, бөтә Рәсәй тормошонда ла өҫтөнлөк булып ҡала. Бөгөн беҙҙә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса 55 төбәк сараһы ғәмәлдә. Башҡортостан Хөкүмәтендә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү департаментын булдырырға ҡушылды. Шулай уҡ Зорге майҙанында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына мемориал ҡуйырға. “Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!” – тине Башлыҡ үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә. Республика хәрбиҙәребеҙҙе алғы һыҙыҡта тәьмин иткән “Ҡыш бабай” дрондарын етештереүҙе 50 процентҡа арттырырға ҡушылды. Заман талаптарына ҡарамаҫтан, республика үҙенең үҫешен дауам итә, артабан социаль, медицина, спорт объекттары төҙөлә һәм төҙөлөүе планлаштырыла. Башҡортостан милләт-ара һәм дин-ара гармония өлгөһө булып ҡала.
Жарияланды 30 қаң.
⚡"Махсус хәрби операция мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булып иҡтисадыбыҙҙы нығытыу тора, ул «бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән маҡсатта эшләргә тейеш. Был башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүебеҙҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле булышлыҡ итеү һәм республиканы үҫтереүҙе хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығы тап ошонда күренәсәк тә инде" - Радий Хәбиров.
Жарияланды 30 қаң.
"Талҡаҫ" шифаханаһы нигеҙендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы дауалау һәм реабилитациялау үҙәге буласаҡ. Был турала Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.