Хабардың мазмұны
Республика Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен берҙәмлек төшөнсәһенән башланы. Санкция баҫымы һәм махсус хәрби операция үткәреү шарттарында беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тирәләй берләшергә һәм илгә һөжүмдәр алдында берҙәм булыу мөһим. Айырыуса ҙур иғтибар социаль тотороҡлоҡҡа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өлкәһендә яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү республикабыҙ тормошонда ғына түгел, бөтә Рәсәй тормошонда ла өҫтөнлөк булып ҡала. Бөгөн беҙҙә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса 55 төбәк сараһы ғәмәлдә. Башҡортостан Хөкүмәтендә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү департаментын булдырырға ҡушылды. Шулай уҡ Зорге майҙанында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына мемориал ҡуйырға. “Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!” – тине Башлыҡ үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә. Республика хәрбиҙәребеҙҙе алғы һыҙыҡта тәьмин иткән “Ҡыш бабай” дрондарын етештереүҙе 50 процентҡа арттырырға ҡушылды. Заман талаптарына ҡарамаҫтан, республика үҙенең үҫешен дауам итә, артабан социаль, медицина, спорт объекттары төҙөлә һәм төҙөлөүе планлаштырыла. Башҡортостан милләт-ара һәм дин-ара гармония өлгөһө булып ҡала.