Хабардың мазмұны
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: ваҡыт күрһәтте — был ҡарар дөрөҫ булды Һәйкәлде реставрациялау кәрәклеге тураһында бәхәстәр күп булды. Ҡайһы берҙәр "тағы ла торасаҡ", "урынында ремонтлап була" тип ҡаршы сыҡты. Ләкин милли ҡомартҡыбыҙҙың әлеге торошо быларҙың барыһын да инҡар итә. Белгестәр һәйкәлде ентекле тикшереп, ҡорос конструкцияларҙың тутыҡҡанын, айырым деталдәрҙең иҫкергәнен асыҡланы. Реставрациялаусыларҙың береһе әйтеүенсә, һәйкәлдең хәле көтөлгәндән дә насарыраҡ булып сыҡты. Бөгөн Өфөлә, Салауат Юлаев майҙанында, тиҫтәләп юғары квалификациялы белгес эшләй. Улар скульптураның һәр детален ат ҡиәфәтенән алып батыр ҡулындағы ҡамсыға тиклем ентекле тикшерә, таҙарта, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Эште федераль мәҙәниәт министрлығында аттестация үткән, Рәсәй академия художество эгидаһы аҫтында эшләгән белгестәр алып бара. Уларҙың юғары кимәлдәге белеме һәм сит илдәрҙә ҙур тәжрибәһе бар. Башлығыбыҙҙың ошо эшкә тотонорға баҙнат итеүе, яуаплылыҡ алыуы беҙгә Салауатты юғалтырға бирмәне, тип әйтергә лә була. Тарихыбыҙҙың тере сағылышы булған был һәйкәл — беҙҙең хәтер, беҙҙең рух символы. Уны һаҡлау беҙҙең бурыс. Эш әле генә башланды, әммә ул дөрөҫ йүнәлештә алып барылыуы бөгөн инде ышаныс тыуҙыра.