TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #153

@bashtabigat

Табигат

Қараулар1,430Қараулар саны
Жарияланды14 шіл.14.07.2025, 13:00
Мазмұн

Хабардың мазмұны

Ҡырҡты ны һаҡлаясаҡбыҙ: башҡорттар бергәләшәйек! Ҡәҙерле яҡташтар! Рәсәй баҡыр компанияһы, ауыл халҡынын фекеренә төкөрөп, Ҡырҡты түшәгенә техник индерәләр. Ағастарҙы бульдозер менән йығалар, һөҙәклекте тигеҙләп бурит итеп йөрөйҙәр. Ҡурҡмай тәбиғәтте һаҡлаусыларҙы ҡурҡытып, бер береһен ҡарыштыралар. Әйе, беҙ ҡурҡабыҙ. Ләкин беҙҙең иң ҡурҡынысы Башҡорт Урал Аръяғы өсөн, балаларыбыҙға ниндәйе мираҫ ҡалдырырбыҙ тип. Шуның өсөн, беҙ Әбйәлил районы йәшәүселәре йәмәғәт комитеты "Тәбиғәт" төҙөргә булдыҡ. Беҙҙең маҡсат - Ҡырҡты тауын һәм Яҡтыкүл де ҡырылыуынан һаҡларға. Уларҙа - аҡса, һатып алынған түрәләр, һаҡлаусылар. Беҙҙә - дөрөҫлөк, ер һәм берҙәмлек. Беҙҙе һындырып булмай! Башҡорттар бергә булһа - беҙ еңелмәйбеҙ! Ошо каналға, беҙ булған сиселешеүҙе һәм сараларҙы, "Тәбиғәт" комитетының хәбәр итеп һаласаҡбыҙ. Инде ошо аҙнала беренсе сиселеште хәбәр итербеҙ. Беҙ бергә еребеҙҙе һәм тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалабыҙ!