TGINSIGHT CHAT
Табигат
@bashtabigat
LinguisticsБеҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: [email protected]
Соңғы хабарлар
1/5 бет · 56 хабар
Жарияланды 4 нау.
Башкортостан оказалась в числе худших регионов России по развитию леса К таким выводам пришли эксперты рейтингового агентства «Эксперт РА». Республика расположилась на 78-м месте в стране по индексу устойчивости леса. Исследование объединяет показатели масштабов вырубок (включая незаконные), болезни деревьев, выделение бюджетные средств на развитие, лесные пожары и площадь восстановления. Специалисты брали за основу в том числе и снимки из космоса. Выяснилось, что в республике в 2024 году нелегально было вырублено более пяти тысяч кубометров леса.
Жарияланды 13 қаң.
Шәғит Хамматов Ҡырыҡтытауҙы һатҡандан һуң шатланып бейей.
Жарияланды 12 қар.
Геологик эҙләнеүҙе тамамлауҙан һуң, улар эшкәртергә күсәсәк. Тура эфирҙа Хәбиров РМК етәкселеге менән дуҫлашырға теләүен белдерҙе. Киләһе аҙнала ул компания вәкилдәре менән осрашырға уйлай, сөнки геологик разведка тамамланыуы бөткәс, улар Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын эшкәртеугә күсәсәк. Радий Хәбиров үҙаллы сәйәсмән түгел. Ул шәхси эшҡыуарлыҡ мәнфәғәтендә яҡлай. Уны Ҡырҡтытау тирәһендә йәшәгән халыҡ мәнфәғәте ҡыҙыҡһындырмай, Хәбиров улар менән осрашырға ла уйламай.
Жарияланды 4 қар.
Эшкәртеү беҙҙең ерҙәрҙә ике тапҡырға күбәйәсәк. https://t.me/AteoGo/33609
Жарияланды 4 қар.
Ябай халыҡты күпме таларға була? https://www.instagram.com/reel/DP1HiY5iitE/?igsh=ajV3MG96aTlpaGdz
Жарияланды 6 қаз.
«Салауат» предприятиеһе бер нисә мең һумға ғына гортензия ултыртҡан арала, Контроль- иҫәп палатаһы Әбйәлил районында 728 миллион һумлыҡ закон бозоуҙарҙы асыҡлаған. Район башлығы аҡлана — имеш, “урламанылар, тик процедураларҙы боҙғандар”. Шуныһы ҡыҙыҡ, закон бозоуҙар, бөтә өлкәләргә ҡағыла: ер менән законһыҙ эш итеүҙәр, эшләмәгән учреждениелар, иҫәпкә алынмаған мәктәп ҡорамалдары һәм маҡсатһыҙ сығымдар. «Рус баҡыр компанияһы»ның подачкаларын пиарлау урынына, Хәбиров үҙ хеҙмәткәрҙәре араһында тәртип урынлаштырһа, бәлки, «Салауат» ултырткан ағас-ҡыуаҡтарһыҙ ҙа республика сәскә атыр ине.
Жарияланды 3 қаз.
"Аспекты" ютуб каналынан Руслан Вәлиев Һөйләй
Жарияланды 27 қыр.
Төрлө киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Хәбиров Әбйәлил районындағы ерҙәребеҙҙе Магнитогорск металлургия комбинаты хужаһы, олигарх Виктор Рашниковҡа тарата башлаған, тигән хәбәрҙәр ишетелә. Быныһы нимә була инде? Хәбиров районыбыҙҙы бөтөнләй юҡ итергә, урындағы халыҡты ситтән килгәндәр менән алмаштырырға булдымы? Әллә инде Әбйәлил районын Силәбе өлкәһенә ҡушырға теләйҙәр тигән һүҙҙәргә ысынлап та ышана башларғамы? Әбйәлил районы халҡы нимә әйтер икән? https://t.me/batyr_gora/1033
Жарияланды 25 қыр.
Ҡарағыҙ башҡорттар нисек ҡатын-ҡыҙ үҙенең ер өсөн көрәшә. https://youtu.be/8TYZPBBcHZU?si=bV_f4pi4VwbPikml
Жарияланды 22 қыр.
Сәй эсергә теләһәң — юлдарҙы яба башлайҙар, ә сәскә ултыртҡанда Баҡтиғәрәев тырыша күберәк кеше йыйырға. Әллә эш жилеткаларҙа ғынамы? Бәлки, барыбыҙға ла берүк кейемдә килергә кәрәктер? Шул осраҡта кешеләргә бергә йыйылыу яраймы икән?
Жарияланды 20 қыр.
Ҡурҡытыу, сәй эсергә бармаҫҡа өсөн, ошондай хәбәрҙәр ебәргәндәр кешеләргә.
Жарияланды 20 қыр.
Әбйәлил районының элекке башлығы ҡулға алынған тигән хәбәр таралды. Һорау алыуҙан һуң уны шунда уҡ иреккә сығаралар, әммә ҡулға алыу үҙе үк күп һорауҙар тыуҙыра. Ҡайһы бер сығанаҡтар уны Әбйәлил районының курорт биләмәһендә ер менән мутлашҡан өсөн ҡулға алғандар, тип белдерә. Беҙ, урындағы халыҡ, уны 2020 йылда уҡ Ҡырҡтытау һыртында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөүҙән баш тартҡан етәксе тип хәтерләйбеҙ, уға баҫым яһалғанын, шунан һуң отставкаға китергә мәжбүр булғанын беләбеҙ. Ҡырҡтытауҙы үҙләштереүҙе еренә еткерерлек башлыҡты эҙләйҙәр. Кандидаттар Зәйтүнов һәм Заманов был вазифанан баш тартты. Артабан етәксе вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов тәғәйенләнә, әммә ул да үҫеште хуплауҙан баш тарта һәм отставкаға китә. Әммә Хәбиров уның урынына власть һәм байлыҡ өсөн тыуған ерен генә түгел, хатта үҙ әсәһен дә һатырға риза Айрат Әминевты тапты. Хәҙер Хәбиров халыҡ яғына сыҡҡан һәр кемдән үс ала, ҡулға алыу, төрмәгә ултыртыу менән янай. Хәбировҡа хәкимиәттәге намыҫлы кешеләр кәрәкмәй; уға үҙе кеүек башҡорт халҡына һатлыҡ йәндәр кәрәк, ә улар беҙҙе шундай хыянатсыларға хеҙмәт итергә, бойһонорға мәжбүр итмәксе.