TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #156

@bashtabigat

Табигат

Қараулар1,100Қараулар саны
Жарияланды20 шіл.20.07.2025, 08:04
Мазмұн

Хабардың мазмұны

Шундай профессия була – әкиәттәр уйлап сығарыу. Яуаплылығы сикләнгән «Салаватское» йәмғиәте мөдирен тыңлап ҡарағыҙ. Нисек кенә шыттырмай! Үҙе бер бәхет икән, әй! Скважиналарҙы иң яҡшы белгестәр генә ҡаҙҙыра икән. Бульдозер урындағы халыҡ өсөн ҡайғыра-ҡайғыра ғына эшләй. Урманға кереүҙе тыйыу ҙа һеҙҙе генә уйлап эшләнгән. Ҡырҡылған урман урынына (4 гектарҙан ашыу) яңыһын ултыртасаҡтар. Һоҡланып ҡына тор! Ә ГОК төҙөләсәк көнө бында ниндәй “ер ожмахы” буласағын күҙ алдына килтерегеҙ, йәмәғәт! Донъялағы иң матур ГОК буласаҡ! Хәйер, шул ГОК-тан башҡа тирә яҡта бер нәмә лә ҡалмаҫ, бәлки. Ләкин быны һеҙгә бер кемдә һөйләмәҫ.