TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #158

@bashtabigat

Табигат

Қараулар467Қараулар саны
Жарияланды20 шіл.20.07.2025, 13:10
Мазмұн

Хабардың мазмұны

⚠️ Яҡтыкүлдә бер фажиғә «Юбилейный» ял йорто пляжы янында ҙур тиҙлек менән йөҙөп барған гидроцикл экскурсия катерына бәрелгән. Был фажиғә һөҙөмтәһендә 34 йәшлек гидроцикл хужаһы вафат булған. Гидроциклды йөрөтөү рөхсәте булмаған. Был ваҡытта катерҙа булған моторисҡа бер зыян да килмәгән. Сәйер хәл. Урманға көндәр буйы керетмәйҙәр – һеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн ҡайғырабыҙ, имеш. Йәнәһе, урманда нимә булырын кем белә. Блокпостар төҙөлгән, һаҡсылар ҡуйылған. Ә Яҡтыкүлдә кемдер рөхсәтһеҙ һәм ҙур тиҙлек менән гидроциклда йөрөй икән! Бындай хәл айырым ваҡиға түгел, ә көн дә ҡабатланған нәмә. Шуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек тигән нәмә бер кемде лә борсомай.