TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #174

@bashtabigat

Табигат

Қараулар522Қараулар саны
Жарияланды14 там.14.08.2025, 13:49
Мазмұн

Хабардың мазмұны

Һораулама һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә Ҡырҡтылағы Яҡтыкүл янындағы ГОК-а халыҡтың 85%-ы ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Халыҡ фекерен тикшергән «Тәбиғәт» йәмғиәте шундай һығымталарға килгән: һораулама үткән 84,9% халыҡ Ҡырҡтытауҙа төҙөләсәк ГОК менән бөтөнләй риза түгел. Халыҡтың 6%-ы ғына был планды яҡшы нәмә тип күрә. Ҡалғандары бер ниндәй ҙә яуап бирә алмаған. Был эштән нимә көтөлә тигән һорауға ошо нисбәттә төрлө яуаптар бирелгән. (Әйткәндәй, яуаптар араһында бер нисә вариант тәҡдим ителгән): - 88,5% һыу, һауа һәм тупраҡтың бысраныуынан ҡурҡа; - 55,75% фекеренсә Башҡортостан байлыҡтары урындағы халыҡҡа файҙа түгел, зыян ғына килтерәсәк; - Бары тик 3,5% ҡына ошо ГОК арҡаһында инфраструктура үҫешер тип ышана. 82% - тан күберәге ГОК уның янындағы ҡала һәм ауылдар тормошона насар тәьҫир итеп тип уйлай. Ынғай үҙгәрештәргә 7,96% ҡына ышана. 55,7% - ҡа яҡын кеше үҙҙәрен ошо проект һәм уның һөҙөмтәләре тураһында бар кәрәкле мәғлүмәт белә тип уйлай, ә 38,9% фекеренсә уларға тик өлөшләтә генә хәбәр килеп еткән. Һораулама үткән күпселек (90,2%) фекеренсә, урындағы халыҡтың ошо ГОК төҙөлөүөнә ҡарашы иҫәпкә алынырға тейеш. Йәмғиәт менән фекер алышыу сараһы итеп Башҡортостан халҡының 62%-ы петиция йыйыуҙы һәм (38%) депутаттар менән осрашыуҙы күрә. Ләкин бары тик 28,3% ҡына ошондай сараларҙа ҡатнаша алған икән. Һораулама 2025 йылдың 14 июленән 14 августына тиклем үткән. (Ҡулланылған методика – «Ривер-сэмплинг»). Ҡатнашыусылар һаны 791 кеше. Һораулама теле – башҡортса. Башҡортостандың Әбйәлил районында Ҡырҡтытау өҫтөндә геологик тикшеренеү эштәре башланған. ЯСЙ «Салаватское» (Рус баҡыр компаниһына керә) ошо урында ГОК (тау байыҡтырғыс комбинатын) төҙөүҙө планлай. Ул 2027 йылдан башланып 2029 йылда ҡулланышҡа күсергә тейеш. Был проект буйынса йылына 10 млн тонн баҡыр рудаһы табылыуы күҙаллана, 1500 эш урыны булдырыласаҡ һәм 40 млрд һум инвестиция һалынасаҡ тиелә. Ләкин һораулама үткән 85% халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы. Улар тәбиғәткә зыян киләсәк, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ фекере иғтибарға алынмаясаҡ тип уйлай. Әүҙем кешеләр төҙөлөш башланмаһын өсөн референдум үткәрелергә тейеш тип һанай.