TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #176

@bashtabigat

Табигат

Қараулар1,450Қараулар саны
Жарияланды18 там.18.08.2025, 16:08
Мазмұн

Хабардың мазмұны

Һуңғы ваҡиғалар Хабировтың һәм олигархтарҙың ябай халыҡ яҙмышын ҡайғыртмауын күрһәтә. Кеҫәләрен аҡса тултырыу менән генә мәшғүлдәр. Бынан 300 йыл элек башҡорттарҙы завод-фабрикалар өсөн ерҙәрен тартып алдылар, был ерҙәрҙә булған ваҡиғалар ҡабатлана. Әбйәлил районы урындағы халыҡҡа Ҡырҡтытау һыртына сығыу тыйылған, улар еләк һәм бәшмәк йыя алмайҙар, хатта урманға ла сыға алмайҙар. Барыһын да шлагбаум, ҡоймалар менән кәртәләп ҡуйғандар. Элек-электән башҡорттарҙың булған был ерҙәр хәҙер беҙҙеке түгел.