Хабардың мазмұны
Әбйәлил районына инвестицияларға ҡаршы булғандар халыҡ араһында буталыш сығарыуын дауам итә — тип яҙҙы РМК-ның кеҫә телеграм-каналдарының береһе һораштырыу һөҙөмтәләре хаҡында — https://t.me/kyrktyzhivi02/284. Ә был һорау алыу, әйткәндәй, ысынлап та үткәрелде. Ул 2025 йылдың 14 июленән 14 авгусына тиклем ривер-сэмплинг ысулы буйынса алып барылды. Унда 791 кеше ҡатнашты, анкета башҡорт телендә төҙөлгәйне. Тимәк, был ниндәйҙер «яһалма һораштырыу» түгел, ә халыҡтың асыҡтан-асыҡ фекере. Быны тикшереүе лә еңел — район халҡы менән һөйләшеп ал. Күп осраҡтарҙағы кеүек, әгәр фекер өҫтән төшөрөлгән пропагандаға тап килмәһә, канал авторҙары, республика һәм Рәсәй дошмандары итеп, «Табиғәт» каналы ағзаларын күрһәтергә тырыша. Был иҫке алым: уңайһыҙ фекерҙе ишетеү урынына уны ситтән тағылған итеп күрһәтеү күпкә уңайлыраҡ. Әммә дөрөҫө шул — беҙ бер кемгә лә бәйле түгелбеҙ, беҙҙең маҡсат бер генә: халыҡтың тауышын ишеттереү. РМК-нан ярайһы уҡ ҙур аҡса алған матбуғат саралары ла халыҡ ГОК-ты бер тауыштан яҡлай тип яҙырға ҡыймай — йәһәт кенә телгә алып үтәләр йәки бөтөнләй өндәшмәй ҡалалар, сөнки күпселек халыҡтың ҡаршы икәнен яҡшы беләләр. «Төрлө ҡараштар иҫәпкә алына» тигән фекергә килгәндә иһә… Ғәфү итегеҙ, ләкин проектты яҡлаусыларҙың позицияһы бөтә яҡтан ишетелә: телевидение, гәзиттәр, телеграмдағы яңы ғына асылған һәм бер үкте һөйләгән пабликтар. Ә бына буласаҡ ГОК янында йәшәргә тура киләсәк халыҡтың тауышын иһә мөмкин тиклем баҫтырырға тырышалар. Беҙ - «ГОК төҙөү — абсолют яманлыҡ» тимәйбеҙ. Беҙ бары тик бер генә нәмә: халыҡтың тауышын етди ҡабул итеүҙәрен теләйбеҙ. Лояль кешеләрҙән һәм аҡса түләһәләр барыһы ла ярай, тип ҡарағандарҙан йыйылған «Күҙәтеү советтары» урынына, ысын кире бәйләнеш механизмдарын булдырырға кәрәк. Ысынлап та был эшкә йөрәктән тотонған бер нисә кеше, беҙҙе ғәфү итегеҙ — беҙ һеҙҙең барлығығыҙҙы беләбеҙ. Ләкин система нисек ҡоролғанын, һәм ни өсөн халыҡтың һеҙгә ышанмауын һеҙ үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙ. 1500 эш урыны һәм 40 миллиард һум инвестиция хаҡында айырым һөйләшербеҙ. Был дәлил шул тиклем йыш ҡабатлана, хатта имгә әйләнде, әммә унда һорауҙар яуаптарҙан күпкә күберәк. Ахырҙа шуны әйтәһе килә: бер аҙ намыҫ тигән нәмә белһә әлеге телеграм-каналдың администраторҙарына оят булырға тейеш. ГОК төҙөлөшөн шул исем аҫтында яҡлау — оятһыҙлыҡ. Беҙ уларҙың һөжүменә һәм «фаш итеүҙәренә» һуңғы тапҡыр яуап ҡайтарабыҙ. Артабан улар бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡаласаҡ.