TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Мазмұн
Хабардың мазмұны
Әбйәлил районының ҡайһы бер ауылдарында йәшәгән халыҡҡа янауҙар килә башлаған. Салауат-Совхоз эргәһендә ойоштороласаҡ сәй эсеүҙә ҡатнашыусыларҙы «ауыр эҙемтәләр» менән ҡурҡытып, билдәһеҙ кешеләр шылтырата, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа хәбәрҙәр ебәрә. Хөкүмәт һәм РМК сәй эсеүҙе булдырмаҫҡа һәм халыҡты ҡурҡытырға тырыша. Йәнәһе, сәй эсеү «килешелмәгән» һәм «рөхсәтһеҙ» тип, һатып алыу, янау һәм эҙәрлекләү кеүек бар ысулдар ҡулланыла. Халыҡтың ауыҙын ябырға, һәм барыһы ла ГОК төҙөү идеяһына ҡыуана кеүек итеп күрһәтмәкселәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең акция – сәйәсәтһеҙ, плакаттарһыҙ һәм лозунгтарһыҙ. Беҙ бары тик тәбиғәттә сәй эсергә йыйылабыҙ.