Хабардың мазмұны
Полиция һәм ДПС Салауат-Совхоҙына юлдар ябып ҡуйҙы. Шәмбе иртәнән алып Салауат-Совхозды ДПС һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ябып тора. Бөтә юлдарҙа ла постар ҡуйылған. Бөтә машиналар ҙа туҡтатыла. Водителдәрҙән, пассажирҙарҙан һорау алалар: ни өсөн баралар һәм ни өсөн бөгөн баралар. Көн элгәре Асҡар, Буранғол, Шәрип, Узянбаш, Элимбәт, Таштимер, Салауат ауылдары халҡына билдәһеҙ кешеләрҙән “Салауат-Совхоз”дағы сәй табынына килмәүҙе талап иткән ҡурҡытыу хәбәрҙәре килә. Буйһонмағандарға эҙемтәләр ҡурҡынысы янаған. РМК һәм администрация беҙҙең акциянан шул тиклем ҡурҡып, беҙҙе телефон аша ҡурҡытып ҡына ҡалмай (сәй табынын ҡайһы урындағы халыҡ үткәргәнен белмәй), Салауат-Совхозды ла блокларға ҡарар итә. Ошо рәүешле беҙҙең фекерҙе һанға һуҡмайынса, ерҙәребеҙҙә тау-байыҡтырыу заводы төҙөү пландарын ҡабул итергә мәжбүр итерҙәр, тип уйлай улар. Кешеләрҙән һорашмайынса, беҙгә ҡурҡытып ҡына. Юҡ! Бөгөндән тау-байыҡтырыу комбинаты беҙҙең районда бер ҡасан да барлыҡҡа килмәһен өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ! Екатеринбургта йылғаларҙы ағыулап, ерҙе юҡ итһендәр, ә беҙҙә түгел!