TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
← Табигат
Табигат avatar

TGINSIGHT POST

Post #205

@bashtabigat

Табигат

Қараулар457Қараулар саны
Жарияланды11 қыр.11.09.2025, 07:29
Мазмұн

Хабардың мазмұны

Салауат ГОК-ы: «инвестициялар» исеме аҫтында экокатастрофа Ҡырҡыттау һыртын баҡыр карьерына әйләндерергә мөмкиндәр — уның менән бергә ҡалдыҡ һаҡлау күлдәре һәм кислота ағымдары барлыҡҡа киләсәк. Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының башланғыс өлөштәренә, шулай уҡ Йыҡтыкүлгә һәм Көньяҡ Уралдың барлыҡ башҡа һыу сығанаҡтарына ҡурҡыныс янаясаҡ. ГОК йылына ун миллионлаған куб һыуҙы үҙләштерәсәк, таулы ятҡылыҡтарҙа — ағыулы ҡалдыҡтар, ә тирә-яҡта — тиҫтәләгән саҡрымдарға саң ҡаласаҡ. Томин һәм Сибай ГОК-тарының тәжрибәһе карьерҙарҙа янғындар, йылғаларҙа ағыулы һыу ҡалыуын күрһәтте инде. «Эш урындары» менән «һалымдар» - РМК-ның Мәскәүгә һәм офшорҙарға китәсәк миллиардлыҡ табыштары янында тиндәр кенә. Башҡортостанға иһә — ерҙең боҙолоуы, ауырыуҙарҙың күбәйеүе һәм таҙа һыуҙың юғалтыу ихтималы ҡала. ГОК төҙөлөшө - ул үҫеш түгел, ә төбәктең киләсәгенә сығарылған хөкөм.