TGTGInsightаналитика telegramLIVE / telegram public index
Содержимое поста
Содержимое
Башҡортостанда “Турахан” халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумы бара. Төрлө илдәрҙән йыйылған 15 рәссам төбәктең иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылып картиналар яҙа. Һынлы сәнғәт өлгөләре Республика фондын тулыландырасаҡ. Халыҡ-ара симпозиум Турахан кәшәнәһе янында икенсе йыл рәттән үткәрелә. Сара 28 июлдә Бөрйән районында Шүлгәнташ музейы янындағы майҙансыҡта тамамлана.