TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Арналарға оралу
Ханзаман 🖋 avatar

TGINSIGHT CHAT

Ханзаман 🖋

@bashkhanzaman

Politics

Республика тураһында

Жазылушылар163Ағымдағы жазылушылар
Бақыланатын хабарлар83Индекстелген хабарлар саны
Соңғы қамту2,273Соңғы қараулардың қосындысы
Соңғы хабарлар

Соңғы хабарлар

2/7 бет · 83 хабар

Жарияланды 30 қаң.

⚡Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу ҡатнашыусының 78 процент тирәһе эшкә урынлашҡан. Муниципалитеттарға был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ҡушам - Радий Хәбиров.

138 views

Жарияланды 30 қаң.

Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе башланды. Радий Хәбиров быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам - БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! - тине.

152 views

Жарияланды 26 қаң.

Бүген кайбер урыннарда бик салкын! По данным метеорологических и чрезвычайных служб, в ночное время температура опустится ниже 30 градусов. Берегите себя! Следите за исправностью отопительных приборов, не перегружайте электросети и одевайтесь теплее, если выходите наулицу! Уҙған шәмбе Татарстан Рәйесе Рөстәм Минниханов урамға сығырға кәңәш итмәне, үҙе лә сығып торманы ахыры))) Ә Радий Хәбиров, һәр ваҡыттағыса егеттәрсә, тотҡан да Яңауылға эш сәфәре менән сыҡҡан. Беҙҙә ҡыш бауыры оҙон – Етәксе кешегә һыуыҡ тип көтөп ятырлыҡ түгел шул. Нәҡ шуға ла тормош һәүетемсә генә алға тәгәрәй. Яңауылда музыка мәктәбе асылған – капиталь ремонттан һуң. Ә район дауаханаһын капиталь төҙөкләндереү дауам итәсәк. Тағы ла Өфөлә Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортон төҙөкләндереү көтөлә – уҙған аҙнала республика етәксеһе уны ла барып ҡараны. Ә бөгөн Затонда яңы мәктәп асылды.Йәнә 2026 йылда күптән көтөлгән проект ғәмәлгә ашырыласаҡ – Өфө циркында ремонт башланасағы тураһында мәғлүмәт бирелде. Ә вуз-ара кампусҡа килгәндә, ул да төҙөлә. Республика етәксеһе төҙөлөштөң һәр этабын контролдә тота. Мировой Башлыҡ!

161 views

Жарияланды 21 қаң.

🔥Дуҫлыҡ уты тураһында. 1789 йылдың сентябрендә сираттағы рус-швед һуғышы осоронда Финляндияла Рәсәй флоты адмиралы Нассау-Зигендың адъютанты һәләк була. Де Вараж фамилиялы был адъютант, адмиралы кеүек үк, революциянан һуң рустар яғына күскән француз дворяндарынан була. Артҡа сигенгән шведтарҙы баҫтырғанда француз кешеһе вафат булып ҡалыуы тураһында хатта ул саҡта Финляндияла беҙҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы булған граф Валентин Платонович Мусин-Пушкин менән Екатерина II хатлаша. Эш шунда, “француз диңгеҙ офицеры кавалер Девараж” (батшабикә хаттарында уны шулай тип атай) фин ярҙарында үлтерелә... башҡорттар тарафынан. Ул һуғышта уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт иррегуляр кавалерияһының бер нисә полкы ҡатнаша, ә “Мальта рыцаре” Д’Вараж рус галера флотилияһы десанты составында финдарҙың хәҙерге Котка ҡалаһы тирәһендә була. Десант беҙҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре менән берлектә эш итә һәм ярайһы ғына уңыштар ҡаҙана. Әммә сигенеп барған дошманды ҡыуған саҡта нәҡ шул француз-башҡорт “дуҫлыҡ уты” асыла. Екатерина II генерал Мусин-Пушкинға ҡуша:“тейешенсә был ваҡиғаны тикшерергә һәм ҡарарға, башҡорттарҙың ҡомһоҙлоғо һәм башбаштаҡлығы быға сәбәп булмағанмы”. Капитан Сергей Тучков, буласаҡ генерал һәм беренсе рус хәрби энциклопедияһы авторы, ә ул саҡта батальон командиры һәм Котка эргәһендәге десантта ҡатнашыусы был ваҡиғаларҙы шулай тасуирлай: Был ваҡытта принц Ниссау үҙенең иң яҡшы ярҙамсыһын, Мальта кавалеры Варажды юғалтты: ул был төшкәндә хәбәрһеҙ юғалды. Уны эҙләргә ебәрелгән отрядтар уңышҡа өлгәшә алмай ҡайтты: ниһайәт, был тәжрибәле һәм батыр диңгеҙсе һәләк булған ҡайғылы осраҡ асыҡланды. Ярға төшкәс, ул ғәскәр артынан йәйәү бара алмай, сөнки был тиклем алыҫ ара үтергә күнекмәгән, һәм шуға үҙенә ат эҙләп бер чухна ауылына инә. Русса ла, чухна телен дә белмәй һәм яланда утлап йөрөгән крәҫтиән аттарын күреп, береһен тота, атты эйәрләмәй менеп ултыра, ә дилбегә урынына үҙенең кеҫә ҡулъяулығын ҡуллана. Әммә ат артынан баҫыу буйлап йөрөгәндә аҙаша, шулай урман буйлап барғанда беҙҙең ҡоро ер армияһынан ебәрелгән башҡорттарға тап була. Был ярым ҡырағай яугирҙар уның сит ил ордендарын күреп, яҡыныраҡ киләләр һәм һорауҙарына французса яуап биргәс, дошман офицеры икән тип уйлайҙар һәм пленға алырға теләйҙәр, ә ул ҡылысын сығара, һаҡлана башлай, шул рәүешле башҡорттар тарафынан үлтерелә лә. Улар үҙҙәре уның орден билдәләрен Нассауға килтереп был турала һөйләй һәм юғары швед чиновнигын үлтергән өсөн награда һорай... Был осраҡты тикшереү тамамланғас, батшабикәнең стас-секретары Александр Храповицкий (“литва” дворяндары тоҡомонан һәм бер үк ваҡытта Петр I законһыҙ ейәне) үҙенең көндәлегендә бик әсе генә итеп яҙып ҡалдыра: “Веражды беҙҙең башҡорттар үлтергән; үҙе ғәйепле: күҙҙәре аҡайып, күк сюртукта чухна атында сапҡан һәм русса бер һүҙ ҙә белмәгән...” P.S. Әйткәндәй, ул саҡта башҡорттар шведтарҙы таң ҡалдыра. Солохтан һуң швед короле Густав III был Азия һыбайлыларын күрергә теләй. Һәм башҡорт старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов швед батшаһына уҡ атыу һәм джигитовка оҫталыҡтарын күрһәтә – мәҫәлән, йомортҡа сойорғотоп, йәйәһен алып, һауала саҡта уҡ тейҙереп өлгөрә ала. Күсәрбайҙың улы Наполеон һуғыштарында һәм Парижды алғанда ҡатнаша.... Алексей Волынец.

382 views

Жарияланды 20 қаң.

❓ХӘЙБУЛЛАЛА МӘКТӘПТӘРҘЕ ЯБАЛАРМЫ? Балалар һәм мәктәп тиһәң, ауыл халҡының йөрәгенә тейә был һүҙҙәр. Сөнки күптәр мәктәптәр йәшәһә, ауыл да йәшәй, тигән фекерҙә. Балалы йәш ғаиләләрҙе ауылда ҡалдырыу, тимәк, ауылды йәшәтеү өсөн төп шарттарҙың береһе иҫәпләнә шул был. Һәм ошо “ауыртҡан ер”гә юҡтан ғауға сығарырға әҙер тороусылар ҙа әленән әле “баҫып” ала. Буранбай Асҡаровтың Хәйбулла районында ауыл мәктәптәре ябылыуға бәйле республика прокуроры Игорь Пантюшинға яҙған асыҡ хаты шундай аҙымдың береһе. Буранбай Асҡаров Оло Әбеш, Йәнтеш, Антингән, Ивановка, Яңы Ергән һәм Мәмбәт ауылдары мәктәптәрен район хәкимиәте аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, башҡа белем усаҡтарына ҡушырға ниәтләүҙә ғәйепләй. Ул шулай уҡ был балаларҙың белем алыуға хоҡуғын боҙа, ә район хакимиәте башлығына ҡиммәтле автомобиль бүләк иттеләр, тип иҫбатлай. Шуға, уныңса, ришүәтселеккә тикшереү үткәрергә, машиналар ниндәй аҡсаға алыныуын тикшерергә, мәктәптәрҙе “ҡушыуҙы” туҡтатырға кәрәк. ❓Әммә ысынында һүҙ был ауыл мәктәптәрен ябыу һәм юҡ итеү хаҡында бармай, тик әлеге лә баяғы, мәғарифты оптимәлләштереү генә көтөлә. Был нимәне аңлата һуң? Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, районда демографик үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алырға тура килә – ауылда күпме бала бар, күпмеһе мәктәпкә йөрөй. Һәм балалар һаны күп булмағас, был белем усаҡтарын үҙгәртеп ҡоралар – яҡындағы ҙурыраҡ мәктәптәр ҡарамағына индерәләр. Уҡыусылар, ғәҙәттәгесә, үҙ ауылындағы мәктәптә белем алыуҙы дауам итә, уҡытыусылар эштә ҡала, әммә директорҙар урынына ғына дөйөм етәкселек була. Был уҡыу процесына йоғонто яһамайса, аҡса мәсьәләһен яйға һалырға ярҙам итергә тейеш. Әйткәндәй, 2025 йылғы уҡыу йылынан Маҡан мәктәбенә 27 уҡыусы белем алған Мәмбәт ауылы мәктәбе, Аҡъярҙағы күп баҫҡыслы 3-сө мәктәбенә 29 уҡыусылы Антингән ауылы һәм 10 уҡыусылы Йәнтеш ауылы мәктәптәре ҡараясаҡ. 2026 йылдан тағы ла Яңы Ергән мәктәбе (38 уҡыусы) 2-се Аҡъяр урта мәктәбенә, Ивановка ауылы мәктәбе (32 уҡыусы) Татырүҙәк урта мәктәбенә “ҡушыу” ниәтләнә. Ә бына Советтар Союзы Геройы Ҡ.Х. Әхмәтшин исемендәге Оло Әбеш урта мәктәбе элеккесә эшләйәсәк. Ғөмүмән, бер мәктәп тә ябылмай һәм ҡыҫҡартылмай, ни бары етәкселек итеү йәһәтенән генә үҙгәрештәр индерелә. ⚡Быларҙан сығып, шундай һорау тыуа:мәсьәләнең айышына төшөнөп етмәгән халыҡты ҡузғыртып, район етәкселегенә ҡаршы ҡуйыуҙан кем ота?

136 views

Жарияланды 12 қаң.

3 йыл элек Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимов фани донъянан китте. Бөгөн Рәхимов заманында (ә был 20 йыл, әйткәндәй) иҡтисад та, демография ла үҫеште, мәктәптәр һәм ФОКтар асылды, юлдар төҙөкләндерелде, һәм әлбиттә, Башҡортостанда Татарстанға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәлде, тип хәтерләү модала. Был хәтирәләргә Рәүфә Рәхимованың киң мәғлүмәт саралары һәм Хәбиров килгәс, ситкә шылған элиталар бирелергә ярата. Шул уҡ ваҡытта яҡын үткәндәр менән бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки нәҡ бөгөн шул заманда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың эҙемтәһен тоя башланыҡ. Бынан тыш, нишләптер бөтәһе лә ул саҡта республиканың байлығы 3 кит – нефть сәнәғәте, нефтехимия һәм машиналар төҙөү иңендә ятыуы тураһында өндәшмәй. Һәм бына, Рәхимов дәүере бөткәс, 1-се кит – нефть сәнәғәте – ипләп кенә шәхси ҡулдарға шылды һәм уны кире дәүләткә ҡайтарыр өсөн юғары чиновниктарҙы ултыртыу талап иткән ҙур операция яһарға тура килде. Тик республикаға Башнефть акцияларының ни бары 25 проценты ғына эләкте: юҡ саҡта быныһы ла яҡшы. 2-се кит – нефть химияһы – шулай уҡ Бабайҙың һуңғы етәкселек йылдарында әүҙем рәүештә шәхси милеккә күсерелә башлап, Хәмитов заманында тулыһынса Башҡортостандан шылды. Активтарҙы контролгә алыу өсөн Р. Хәбировҡа күп көс һалырға тура килде. Тағы ла Башҡортостанға өлөшләтә генә ҡайтарып булды. Ошоларҙан сығып ҡараһаҡ, республика активтарын һатыу нәҡ Мортаҙа Рәхимов осоронда башланған, ә улар бөгөнгө МХО һәм санкциялар баҫымы шарттарында бик тә кәрәк булыр ине. Данлы Рәхимов осоро төп иҡтисади предприятиеларҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан республика халҡы өсөн бик үк яҡшы тамамланманы шул. Әммә был ғына ла мөһим түгел. Алмаш һайлай алмай, Бабай Башҡортостандың сәйәси системаһының конфликтлылығына һәм элиталарҙың тоталь дошманлығына нигеҙ һалды, быны тик Радий Хәбиров ҡына саҡ туҡтата алды. Рәхимовтың бер бөртөк улы, халыҡты талап, енәйәт эҙәрлекләүенән дошман булған Австрияла йәшенеп ята, ә үҙен Рәхимов кланы лидеры тип атаған Рәүфә Рәхимова кешегә ҡул күтәргән өсөн мәжбүри эштәр һәм МХО-ны дискредитациялағанға штрафтар менән генә таныта.

175 views

Жарияланды 24 жел.

Украина ЦИПСО-һы башҡорт йырсыһын сепаратисҡа әйләндерергә хыяллана. ZaGa - йәш, талантлы Әбйәлил егете һәм бер үк ваҡытта халыҡ артисы Рөстәм Ғизәтуллиндың протежеһы. Агенттар тәүҙә уның йыр һүҙҙәренә һәм кейемендәге Салауат Юлаев образына бәйләнә. Аҙаҡ барыһын да бутап, милләтселек, сепаратизмдан бутҡа бешереп, социаль селтәрҙәрҙә тарата башлай. Заһир Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, яңы «статусы» тураһында ул подписчиктарынан ишетеп белгән һәм аптырап ҡалған. Сөнки продюсеры менән МХО-лағы егеттәребеҙгә даими ярҙам итеп тора. ⭐️Яҡты-mediaға яҙыл

203 views

Жарияланды 24 жел.

Берҙәмлектә көс: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына - 30 йыл!

169 views

Жарияланды 20 жел.

Морат Шафиҡов, Башҡортостандағы Халыҡ фронты рәйестәше: "ПРЕЗИДЕНТ МЕНӘН ТУРА БӘЙЛӘНЕШТӘ экологик көн тәртибенең рәсми рәүештә РФ территорияһында "теләнмәгән" тип табылған "халыҡ-ара ойошмалар"ҙың илебеҙҙе тотҡарлау ҡоралына әүерелеүе тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Рәсәй газын һәм күмерен алмаштырыу өсөн Европа илдәре бер-бер артлы үҙҙәренең күмер шахталарын яңынан аса һәм инде ошо экологик булмаған яғыулыҡтан баш тартырға бик саҡырып бармай, был ЭКОЛОГИЯ күптән сәйәси контекст алыуы һәм экоэкстремизм менән көрәш дауам итәсәге тураһында һөйләй, ә "дуҫ булмаған" илдәрҙә "эшкә өйрәнгән" "эшмәкәрҙәр" ҡасан да булһа СИТ ИЛ АГЕНТЫ тип иғлан ителәсәктәр..."

239 views

Жарияланды 19 жел.

"Башҡортостан алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәгенә ышанам", - В.В. Путин. Башҡортостан журналисы Ләйсән Закирова ил Президентына республика халҡынан сәләм еткерә һәм һорау бирә алды.

201 views

Жарияланды 19 жел.

⚡Путин сит ил агенттары тураһындағы законға комментарий бирҙе: Был беҙҙең уйлап табыу түгел. Ул тотош Көнбайыш дәүләттәрендә, АҠШ-та ҡабул ителде. Унда был закондар ҡатыраҡ, уларға енәйәт яуаплылығы янай. Беҙҙең закон бер генә нәмәне талап итә: финанслау сығанаҡтары тураһында белдерергә. Беҙҙә репрессиялар һәм енәйәт эҙәрләүҙәре юҡ. Әгәр кешеләр тышҡы финанслау сығанаҡтарынан баш тарта икән, улар исемлектәрҙән сығарыла.

194 views

Жарияланды 19 жел.

Путин Ҡытай менән мөнәсәбәттәр тураһында: Си Цзиньпин - ышаныслы дуҫ, тотороҡло партнёр һәм союздаш. Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәре донъялағы тотороҡлоҡтоң мөһим факторы булыр тора.

123 views