TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Арналарға оралу
Табигат avatar

TGINSIGHT CHAT

Табигат

@bashtabigat

Linguistics

Беҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: [email protected]

Жазылушылар145Ағымдағы жазылушылар
Бақыланатын хабарлар56Индекстелген хабарлар саны
Соңғы қамту7,010Соңғы қараулардың қосындысы
Соңғы хабарлар

Соңғы хабарлар

4/5 бет · 56 хабар

Жарияланды 14 там.

Һораулама һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә Ҡырҡтылағы Яҡтыкүл янындағы ГОК-а халыҡтың 85%-ы ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Халыҡ фекерен тикшергән «Тәбиғәт» йәмғиәте шундай һығымталарға килгән: һораулама үткән 84,9% халыҡ Ҡырҡтытауҙа төҙөләсәк ГОК менән бөтөнләй риза түгел. Халыҡтың 6%-ы ғына был планды яҡшы нәмә тип күрә. Ҡалғандары бер ниндәй ҙә яуап бирә алмаған. Был эштән нимә көтөлә тигән һорауға ошо нисбәттә төрлө яуаптар бирелгән. (Әйткәндәй, яуаптар араһында бер нисә вариант тәҡдим ителгән): - 88,5% һыу, һауа һәм тупраҡтың бысраныуынан ҡурҡа; - 55,75% фекеренсә Башҡортостан байлыҡтары урындағы халыҡҡа файҙа түгел, зыян ғына килтерәсәк; - Бары тик 3,5% ҡына ошо ГОК арҡаһында инфраструктура үҫешер тип ышана. 82% - тан күберәге ГОК уның янындағы ҡала һәм ауылдар тормошона насар тәьҫир итеп тип уйлай. Ынғай үҙгәрештәргә 7,96% ҡына ышана. 55,7% - ҡа яҡын кеше үҙҙәрен ошо проект һәм уның һөҙөмтәләре тураһында бар кәрәкле мәғлүмәт белә тип уйлай, ә 38,9% фекеренсә уларға тик өлөшләтә генә хәбәр килеп еткән. Һораулама үткән күпселек (90,2%) фекеренсә, урындағы халыҡтың ошо ГОК төҙөлөүөнә ҡарашы иҫәпкә алынырға тейеш. Йәмғиәт менән фекер алышыу сараһы итеп Башҡортостан халҡының 62%-ы петиция йыйыуҙы һәм (38%) депутаттар менән осрашыуҙы күрә. Ләкин бары тик 28,3% ҡына ошондай сараларҙа ҡатнаша алған икән. Һораулама 2025 йылдың 14 июленән 14 августына тиклем үткән. (Ҡулланылған методика – «Ривер-сэмплинг»). Ҡатнашыусылар һаны 791 кеше. Һораулама теле – башҡортса. Башҡортостандың Әбйәлил районында Ҡырҡтытау өҫтөндә геологик тикшеренеү эштәре башланған. ЯСЙ «Салаватское» (Рус баҡыр компаниһына керә) ошо урында ГОК (тау байыҡтырғыс комбинатын) төҙөүҙө планлай. Ул 2027 йылдан башланып 2029 йылда ҡулланышҡа күсергә тейеш. Был проект буйынса йылына 10 млн тонн баҡыр рудаһы табылыуы күҙаллана, 1500 эш урыны булдырыласаҡ һәм 40 млрд һум инвестиция һалынасаҡ тиелә. Ләкин һораулама үткән 85% халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы. Улар тәбиғәткә зыян киләсәк, шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ фекере иғтибарға алынмаясаҡ тип уйлай. Әүҙем кешеләр төҙөлөш башланмаһын өсөн референдум үткәрелергә тейеш тип һанай.

522 views

Жарияланды 14 там.

Урал арьяғында ҡабат экологик фажиғә. УГМК «Юбилейный» Таналыҡ йылғаһына көкөртле бысраҡ сығару сәбәпле һыу ағыуланып, бик күп балыҡ ҡырылған. Был хаҡта ерле балыҡсылар хәбәр итә. Һамар, Бүребай, Садовый, Татыр-Үҙәк, Аҡъяр, Ергән ауылдарына ағыуланыу хәүефе янай. Һаҡ булығыҙ!

1,350 views

Жарияланды 9 там.

Әбйәлил районында төҙөлгән Тау-байыҡтырыу баҡыр комбинатында ла шул уҡ хәл буласаҡ. Шуға ла беҙ уларға бирмәйбеҙ Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү!

512 views

Жарияланды 9 там.

Предприятиелар өҫтөнән контроль дәүләттән олигархтарға күскәс, шулай була ул. “БСК Сода” хужалары предприятиянан күп аҡса сығарған һәм уға үҫешкә аҡса һалмаған. Оборудование предприятияла иҫкергән, был хәл аварияға килтергән. Әле ваҡытта 36 кеше больницта ята, 9 кеше реанимацияла.

539 views

Жарияланды 6 там.

Олигархтарға хеҙмәт итеп, Ҡырҡтытауҙы эшкәртеү өсөн күп көс һалған канал админдарын, Ҡырҡтытауҙы яҡлаусыларҙың был ғәмәле генә түгел, бөтә яҙмаларыбыҙҙың да башҡортса булыуы ла асыуландыра. Беҙгә реклама эшләгән каналдарға ҙур рәхмәт! Йышыраҡ һәм күберәк яҙығыҙ! https://t.me/kyrktyzhivi02/274

533 views

Жарияланды 5 там.

Американский рэпер Tyga выступил на одной из самых дорогих свадеб года — празднике сына миллиардера и основателя "Русской медной компании" Игоря Алтушкина. На торжество было потрачено не менее 100 млн рублей. https://t.me/mash/66565 Беҙҙең төбәгебеҙҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелә тигән татлы вәғәҙәләр артында аҡсалар, ысынбарлыҡта, ҡайҙа китә! Бер ниндәй намыҫ та, бер ниндәй ҡиммәттәр ҙә юҡ! Егеттәребеҙ колектив Көнбайышҡа ҡаршы көрәшкән мәлдә, ана шундай байҙар уларҙың йондоҙҙарын туйға саҡыра! Һаман да “Салаватское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт беҙҙең тормошто яҡшыртыр, тип ышанаһығыҙмы? Әллә үҙгәреш ваҡыты еттеме инде?

473 views

Жарияланды 4 там.

Хөкүмәт репрессиялары арҡаһында урындағы халыҡ Ҡырҡтытауҙы үҙләштереү менән риза булмауын күрһәтеп, бындай акциялар үткәрә.

451 views

Жарияланды 2 там.

Июль башында Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәр кеҫә телефоны бәйләнеше һәм интернеттың насар эшләүенән зарланды. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа урманға инеү тыйылды. Урман юлдарын полиция, соҡорҙар һәм шлагбаумдар менән ҡапланылар. Хакимиәттәр был хәлде “янғын хәүефе сәбәпле” тип аңлатты. Әммә ысынбарлыҡта барыһы ла ябай ғына булып сыҡты — был эшкә ерле халыҡ күптән ҡаршы сыҡһа ла, “маскалы кешеләр” ҡул аҫтында “Русская медная компания” эшселәре Ҡырҡытауҙа геологик тикшереү эштәрен башлаған. Бәйләнеш боҙолоуының ысын сәбәбе лә техник өҙөклөктәр түгел. Ышаныслы сығанаҡтар һөйләүенсә, 30 июндән 4 июлгә тиклем Ҡырҡытауға йәшерен тикшереү менән мәскәүҙән юғары дәрәжәле ҡунаҡтар килгән. Был хаҡта матбуғатта ла, рәсми сайттарҙа ла бер һүҙ юҡ. Мәғлүмәт таралыуҙан һаҡланыу һәм ҡунаҡтарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн, хәкимиәт, бәйләнеште боҙоусы ҡоролмалар - “глушилка”лар ҡулланған.

440 views

Жарияланды 1 там.

Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау ни тиклем ҡыйын эш булғанын аңлатып китәйек. Ниндәйҙер түрәләрҙең власҡа ҡаршы бара алмауы – бер бәлә. Ләкин бынан тыш туҡтауһыҙ мәғлүмәти һөжүмдәр ҙә бара! Мәҫәлән, «Ҡырҡты, йәшә!» («Кыркты Живи») тигән каналды алайыҡ. Бер яҡтан, ул Әбйәлил халҡын яҡлаған кеүек. Ләкин төплөрәк ҡараһаҡ, канал шул уҡ ООО «Салаватское» йәмғиәтен яҡлай. Йәнәһе, баҡыр табыуы тәбиғәткә зыян килтермәйәсәк, бөтөн именлек саралары үтәләсәк тип иҫбат итергә тырышалар. Мәҫәлән, ошо видеола (https://t.me/kyrktyzhivi/672) Таһир Бахтигәрәев Өфөләге тикшеренеү үҙәгенән үҙенең «белгестәрен» күрһәтә; улар һирәк хайуан һәм үҫемлек төрҙәрен эҙләй икән. Ләкин был белгестәрҙең исемдәрен бер кем дә әйтмәй – бары тик «ике эксперт» тиелә! Шулай уҡ был каналда райондың күпселеге баҡыр табыу яҡлы тип иҫбат итәләр, ә ҡаршы сыҡҡандар, йәнәһе — ниндәйҙер украин боттары. Иң ҡыҙығы, был канал — киң билдәле майҙансыҡ, ләкин яҙылғандар аҫтында күп лайк та күҙәтелмәй, ниндәйҙер фекер алышыу ҙа бармай. Былар барыһы ла бик яһалма проектҡа оҡшаған. Маҡсат — беҙҙе юлдан яҙҙырып, беҙҙең дөйөм ҡаршылыҡты юҡҡа сығарыу.

470 views

Жарияланды 28 шіл.

🔻Озеро Яктыкуль под угрозой? Эколог бьёт в набат Водоём стремительно теряет свою экологическую устойчивость, сообщает председатель Союза экологов РБ Александр Веселов. По словам Веселова, основная причина деградации озера заключается в отсутствии эффективной системы очистки сточных вод. Каждый год водоём сталкивается с цветением воды, увеличением слоя донного ила и другими признаками загрязнения. Очистные сооружения посёлка Зелёная Поляна не справляются с нагрузкой, а септики частных домов и турбаз часто оказываются негерметичными. Это приводит к просачиванию фосфатов и других вредных веществ в воду, что угрожает рекреационной ценности Яктыкуль. Если ситуация не изменится, последствия для местной экономики могут быть катастрофическими Озеро Якты-Куль – тектонический водоём глубиной до 28 метров и популярное место отдыха с санаториями и базами. Однако в последние годы оно сталкивается с растущей антропогенной нагрузкой.

160 views

Жарияланды 27 шіл.

"Тәбиғәт" комитеты Әбйәлил һәм Биләрит райондарының бөтә депутаттарына ла Ҡырҡтылағы геологоразведка тураһында мөрәжәғәт итә. Бер нәмә лә булмағандай шымып ултырмауығыҙ һорала! Депутаттарҙы халыҡ үҙ мәнфәғәтен өҫкә еткерер өсөн һайлаған. Ер һәм тәбиғәтте ҡулланыу хаҡын шул депутаттар яҡларға тейеш! Беҙҙән ошо хоҡуҡтарыбыҙҙы тартып алырға уйлайҙар, оятһыҙ һәм аҫтыртын рәүештә. Депутаттарҙан үҙ һүҙегеҙҙе асыҡ итеп әйтеүҙе талап итәбеҙ!

400 views

Жарияланды 26 шіл.

Үҙҙәре таный бит: алтын табыусылар бөтә закон һәм ҡағиҙәләрҙе боҙа, тәбиғәтте юҡ итә, үҙҙәренән һуң бушлыҡ ҡалдыра. Ләкин шундай төрлө ойошмаларҙың Башҡортостан эсендә эшен туҡтатыр урынына, хөкүмәт "проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү" вәғәҙәһен бирә. Тәбиғәт юҡ булғандан һуң нимәһен "хәл итергә" уйлайҙар икән? Бәлә сыҡҡас түгел, ә унан алда тырышыр кәрәк!

1,160 views