TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Арналарға оралу
Табигат avatar

TGINSIGHT CHAT

Табигат

@bashtabigat

Linguistics

Беҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: [email protected]

Жазылушылар145Ағымдағы жазылушылар
Бақыланатын хабарлар56Индекстелген хабарлар саны
Соңғы қамту5,021Соңғы қараулардың қосындысы
Соңғы хабарлар

Соңғы хабарлар

5/5 бет · 56 хабар

Жарияланды 23 шіл.

Беҙ бәйләнеш өсөн бот астыҡ. Әгәр беҙгә яҙырға, яңылыҡ ебәрергә һ. б. теләһәгеҙ, ошо ботты ҡуллана алаһығыҙ: @uraltaubot Йә иһә ошо эмайлға яҙығыҙ: [email protected]

474 views

Жарияланды 21 шіл.

Зачем жителям Абзелиловского района посещать торговые точки и гостиницы, принадлежащие Айрату Аминеву, учитывая его поддержку разработки Кырктытау и защиту интересов РМК? Он, как предприниматель, вероятно, готов на все ради выгоды и отъезда, в отличие от нас, не имеющих такой возможности. Согласно информации, представленной по ссылке https://prufy.ru/news/society/170677-pristrelyu_na_vstreche_s_zhitelyami_glava_administratsii_abzelilovskogo_rayona_naoral_na_advokata_iz/, можно составить представление о его истинной сущности. Сообщается, что он не только занимает руководящую должность, но и проявляет агрессию по отношению к активистам и защитникам Кырктытау, изгоняя их со сходок, демонстрируя поведение, напоминающее неконтролируемые вспышки гнева и истерию.

549 views

Жарияланды 20 шіл.

⚠️ Яҡтыкүлдә бер фажиғә «Юбилейный» ял йорто пляжы янында ҙур тиҙлек менән йөҙөп барған гидроцикл экскурсия катерына бәрелгән. Был фажиғә һөҙөмтәһендә 34 йәшлек гидроцикл хужаһы вафат булған. Гидроциклды йөрөтөү рөхсәте булмаған. Был ваҡытта катерҙа булған моторисҡа бер зыян да килмәгән. Сәйер хәл. Урманға көндәр буйы керетмәйҙәр – һеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн ҡайғырабыҙ, имеш. Йәнәһе, урманда нимә булырын кем белә. Блокпостар төҙөлгән, һаҡсылар ҡуйылған. Ә Яҡтыкүлдә кемдер рөхсәтһеҙ һәм ҙур тиҙлек менән гидроциклда йөрөй икән! Бындай хәл айырым ваҡиға түгел, ә көн дә ҡабатланған нәмә. Шуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек тигән нәмә бер кемде лә борсомай.

467 views

Жарияланды 20 шіл.

Шундай профессия була – әкиәттәр уйлап сығарыу. Яуаплылығы сикләнгән «Салаватское» йәмғиәте мөдирен тыңлап ҡарағыҙ. Нисек кенә шыттырмай! Үҙе бер бәхет икән, әй! Скважиналарҙы иң яҡшы белгестәр генә ҡаҙҙыра икән. Бульдозер урындағы халыҡ өсөн ҡайғыра-ҡайғыра ғына эшләй. Урманға кереүҙе тыйыу ҙа һеҙҙе генә уйлап эшләнгән. Ҡырҡылған урман урынына (4 гектарҙан ашыу) яңыһын ултыртасаҡтар. Һоҡланып ҡына тор! Ә ГОК төҙөләсәк көнө бында ниндәй “ер ожмахы” буласағын күҙ алдына килтерегеҙ, йәмәғәт! Донъялағы иң матур ГОК буласаҡ! Хәйер, шул ГОК-тан башҡа тирә яҡта бер нәмә лә ҡалмаҫ, бәлки. Ләкин быны һеҙгә бер кемдә һөйләмәҫ.

1,100 views

Жарияланды 16 шіл.

Беҙ – Әбйәлил районы халҡы – «Тәбиғәт» тигән йәмғиәт комитетын төҙөнөк. Был комитеттың маҡсаты – Ҡырҡтытау һыртын һәм Яҡтыкүлде һаҡлау. Әлеге ваҡытта беҙ ГОК төҙөлөүөнә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында һораулама үткәрергә ниәтләнек. Һораулама нәтижәләре хакимиәт вәкилдәренә һәм киң мәғлүмәт сраларына ебәреләсәк. Һораулама серле һәм ул 5 минуттан да артыҡ ваҡыт алмаҫ. Ҡатнашығыҙ! Беҙҙең тауыш ишетелергә тейеш! https://surveymars.com/q/y246XjumV

557 views

Жарияланды 15 шіл.

Мына инде 4 йыл була, Хәбировтың һүҙ биргәненә - Әбйәлил районда Салауат совхоз ауылына баҡыр карьер буйынса референдум үткәреү мәсьәләһе буйынса. Тейешле вәғәҙә республика башлығы 22 октябрь 2021 йылда, Әбйәлил районы Дауыт ауылында килгэн ваҡытында бирҙе. Референдум үткәрәм, халыҡтан һораясаҡмын, тип - яуап бирҙе Хәбиров. Урал аръяғы йәшәүселәргә

444 views

Жарияланды 14 шіл.

Ҡырҡты ны һаҡлаясаҡбыҙ: башҡорттар бергәләшәйек! Ҡәҙерле яҡташтар! Рәсәй баҡыр компанияһы, ауыл халҡынын фекеренә төкөрөп, Ҡырҡты түшәгенә техник индерәләр. Ағастарҙы бульдозер менән йығалар, һөҙәклекте тигеҙләп бурит итеп йөрөйҙәр. Ҡурҡмай тәбиғәтте һаҡлаусыларҙы ҡурҡытып, бер береһен ҡарыштыралар. Әйе, беҙ ҡурҡабыҙ. Ләкин беҙҙең иң ҡурҡынысы Башҡорт Урал Аръяғы өсөн, балаларыбыҙға ниндәйе мираҫ ҡалдырырбыҙ тип. Шуның өсөн, беҙ Әбйәлил районы йәшәүселәре йәмәғәт комитеты "Тәбиғәт" төҙөргә булдыҡ. Беҙҙең маҡсат - Ҡырҡты тауын һәм Яҡтыкүл де ҡырылыуынан һаҡларға. Уларҙа - аҡса, һатып алынған түрәләр, һаҡлаусылар. Беҙҙә - дөрөҫлөк, ер һәм берҙәмлек. Беҙҙе һындырып булмай! Башҡорттар бергә булһа - беҙ еңелмәйбеҙ! Ошо каналға, беҙ булған сиселешеүҙе һәм сараларҙы, "Тәбиғәт" комитетының хәбәр итеп һаласаҡбыҙ. Инде ошо аҙнала беренсе сиселеште хәбәр итербеҙ. Беҙ бергә еребеҙҙе һәм тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалабыҙ!

1,430 views

Жарияланды 29 қаң.

Channel created

views
Алдыңғы5/5 бетКелесі