TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Back to channels
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT CHAT

Башҡорт теле

@bashkort_tele

News and media

Subscribers245Current channel subscribers
Tracked posts166Indexed post count
Recent reach7,706Sum of recent post views
Recent posts

Recent posts

Page 10 of 14 · 166 posts

Posted Jul 8

Хөрмәтле йәмәғәт! 2022-2023 уҡыу йылына Өфө ҡалаһының Киров районында урынлашҡан М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына, балалар һаны артып, яңы кластар барлыҡҡа килеү сәбәпле, эш тәжрибәһе булған, юғары белемле башланғыс класс уҡытыусылары, рус теле уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары талап ителә. Башҡортса һөйләшкән,үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан, заман менән бергә атлаған уҡытыусыларҙы үҙенең изге традициялары, яҡшы уҡыусылары һәм берҙәм коллективы булған белем усағында көтөп ҡалабыҙ. Резюмығыҙҙы [email protected] электрон адресына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Гимназияның адресы:Өфө ҡалаһы,З.Исмәғилев урамы,1. Тел.8(347)2895250

772 views

Posted Jul 8

Бәлеш” арт-объекты асыла «БәлешФест-2022» традицион милли аш-һыу республика фестивале ойошторола Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 20 августа Бүздәк районында үткәрелә. Республиканың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә, тип яҙа “Башинформ”. Милли ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли аш-һыуын тәмләп ҡарау, төрлө конкурстар, презентациялар ойошторола. Фестиваль йыр-моң, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары, милли музыка ҡоралдарында уйнау менән оҙатып барыла. Район халҡын һәм ҡунаҡтарын өлкәндәр, балалар өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар: милли кейемдәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, һөнәрселек эше (ағас эшкәртеү, сигеү, ағас һырлау, тал сыбығынан үреү), этнофотозоналар көтә. Бүздәк ауылында «Бәлеш» яңы арт-объектын асыу фестивалдең төп биҙәге булмаҡсы.

521 views

Posted Jun 25

599 views

Posted Jun 25

📌 Ҡәҙерле дуҫтарым, мин бөгөнгө көнгә тиклем, тормош юлымдың боролоштары, кисергән уй-хистәрем, шатлыҡ-ҡыуаныстарым, күңел ярһыуҙарым, эшләнәһе эштәрем, яҙмыш елдәренең әсеһен-сөсөһөн үҙем аша үткәреп, уларға үҙ ҡарашымды асыҡтан-асыҡ һеҙгә һөйләп, һеҙҙең менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булдым. Бына әле лә, мин һеҙҙең менән, һис тә көтөлмәгән, яңылығым менән бүлешәм. Дөрөҫөн әйтәм, белмәйем, кем тәҡдиме, нисек булғандыр, мине, әлегә яҡындан таныш булмаған, йәмғиәт ойошмаһына Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Указы менән ағза итеп тәғәйенләнеләр. Был, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ, иң тәүҙә, һеҙҙең алда, хөрмәтле милләттәштәрем. Төп эшем, аңлауымса, мәҙәниәт, сәнғәт, туған тел мәсъәләләре йүнәлеше буйынса буласаҡ. Ҡулымдан килгәнсә, һеҙгә файҙалы булырға тырышырмын. Башҡортостаныбыҙ етәкселегенә ярамһыҡланыу түгел - ихласлыҡ һәм битарафһыҙлыҡ кәрәк һәм мөһимдер тип ышанам. Һәр хәлдә, ышанаһым килә... 📌 Дорогие мои друзья, я включена в состав Совета при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества. Есть соответствующий и уже подписанный Указ. Рада ли я этому? Не знаю. Спросите: - "Как попала в данный список?" Говорю честно, не знаю. Смогу ли быть полезной в работе Совета? Буду служить народу верой и правдой, обещаю быть честной и открытой. (Короче, останусь такой, какая я есть. Надеюсь, мои человеческие качества и жизненная позиция определили выбор меня в данный Совет.) Какие вопросы буду курировать? Конечно же, то что мне близко и знакомо, дорого и ценно - это вопросы, касающиеся культуры, искусства и родного башкирского языка. Где и кем я работала и работаю? (Коротко) - С 1984 по 1989 годы - руководитель драмкружка. (г.Салават) - С 1989 по 1998 годы - зав.отделом культуры Администрации города Салават - С 1998 по 2014 годы - директор Салаватского государственного башкирского драматического театра - С 2014 по 2020 годы - автор и руководитель телепроектов "...Мне есть вам что сказать!..", "Күңел нуры" ("Благо дарю") на канале "РОССИЯ-1" (Крайний проект, в жанре телевизионного очерка, был создан совместно с Благотворительным фондом "Изгелек" о его удивительно сильных духом попечителях), "Йөрәк һүҙе" ("Слово сказанное сердцем"), проект который, как говорят "пошёл в народ" и стал невероятно популярным. Увидел свет на канале "Курай" и продолжил выходить в эфире канала БСТ. ...После известных событий на горе "Куштау" трудовой договор со мной был расторгнут, но, благодаря огромной поддержке народа и лично Заместителя Председателя Правительства РБ Ильшата Азаматовича Тажитдинова проект "Йөрәк һүҙе" живёт и поныне. Он популярен и проводится везде и всюду не только в городах и сёлах нашей республики, но и далеко за её пределами, его выпуски имеют большое количество просмотров и служат методическим материалом как для школ, так и для библиотек. "Йөрәк һүҙе" стал неким рупором, народной трибуной, которого ждут как отдушину. В этом году прошёл его 5-й юбилейный поединок при поддержке Главы РБ Р.Ф.Хабирова, что даёт мне надеяться, в какой-то степени, на желание руководства прислушиваться к мнению и гласу народа. Поживём - увидим. 😊 Нынче я, обыкновенная пенсионерка с активной жизненной позицией, которая творит, мечтает, фонтанирует идеями и любит Жизнь во всех её проявлениях. Аллаға шөкөр. 🙏🏻🙏🏻🙏🏻 Наиля Сафаргулова. "Совет при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества является консультативным органом при Главе республики и образован в целях оказания содействия Главе республики в реализации его полномочий в области обеспечения и защиты прав и свобод человека и гражданина, информирования Главы республики о положении дел в этой области, содействия развитию институтов гражданского общества, подготовки предложений Главе республики по вопросам, входящим в компетенцию Совета. Члены Совета осуществляют свою деятельность на общественных началах."

457 views

Posted Jun 15

Башҡорт икәнеңде онотма! Рәмилә менән Айраттар Төрмәлә ыҙа сиккәнгә Ғәрлек түгелме башҡорттар Тыныс тормош көткәнгә? Ҡайҙа Хәсәнов Азамат, Иҫәнме ул туған, үлекме? Украинға атҡан ир-ат Ошо мәлдә егетлекме? Абҡадыров һәм Аманов, Киниссаров һәм Марат... Улар һымаҡ һин дә башҡорт Башта халҡыңды ярат. Ғәрлек ҡарау "вирнайҙарға", Ҡайҙан шулай үрсенегеҙ? Әйткем килә ундайҙарға - Башҡорт беҙҙең исемебеҙ! Абай улы. (14.06.2022)

494 views

Posted Jun 12

Йәмәғәт эшмәкәре Буранбай Асҡаров менән икәүләп Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы эргәһендәге плитәташ сығарыусыларҙы барып тикшерҙек . Уйҙарыбыҙҙы раҫлап , эшләп йөрөгән 6 кеше кемуҙарҙан урман араһына ҡасып бөттөләр , тик эргәлә торған вагончиктән килеп сыҡҡан ике урыҫ егете генә беҙҙе ҡыуып , башта беребеҙгә , унан икенсебеҙгә төрлөсә тәьҫир итеп маташтылар . Тик ниндәйҙер Женяға һылтаныуҙан башҡа , беҙ талап иткән документтарҙың береһен дә күрһәтә алманылар . . Ҡасҡын егеттәрҙең кем икәнлеген , карьерҙың законлы эшкәртелеүен аныҡлау өсөн райондың экология һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен йәлеп иттек. . Йәнтеш ауылынан кемдәр йәмәғәт фекерен белешеү йыйылышында булған , тиҙ арала беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала . Ул процедура ғөмүмән булдымы икән ? 35 гектар сабынлыҡты һеҙ үҙ иркегеҙ менән алыпһатарҙарға бирҙегеҙме ни? Бынан ауыл өсөн ниндәй файҙа күрҙегеҙ ? . Ә беҙ иһә тиҙ арала район , республика органдарынан официаль яуаптар көтәбеҙ . . Үҙ Еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып өйрәнәйек , яҡташтар ! https://vk.com/wall63471294_11650

737 views

Posted Jun 11

Нисек һеҙгә?

1,760 views

Posted Jun 11

Һаумыһығыҙ. Нисек башлап китергэ икан? Эш беҙҙең больница тураһында. Среда көнө малайым кулын һындырып кайтты. Скорыйга барҙыҡ, кетонал ашаттылар ҙа иртәгә хирургка барыгыҙ тип кайтарҙылар. Иртәгеһенә барҙыҡ, рентген уттек и все. Врачтын вакыты юк тип кайтарып ебарзелар( именно вакыты юк тинелар)))). Сагат 2 килегез тигастар барҙык 2 га. Котоп ултыргандан хун, медсестрахы индереп гипсланы, но һынган урынын( смещение костей булган) тоҙламай гена гипсланы, врачтын вакыты юк понедельник килегез тип. Богон барзык , и нима тип уйлайыгыз))) врач опять юк)))) . Туп һымаҡ йоройбеҙ))) Аптырап, ни эшларга? Балки Моракка барһаң давно матурлап гипслап, урап кайтарырзар ине. https://vk.com/wall-64417743_510987

610 views

Posted May 27

Йөрөмәгән халҡым барымтаға, Ил баҫмаған башҡорт һис ҡасан, Тиеп үҫтем.Шулай өйрәттеләр.. Бөгөн килеп яңы бит асам. Дәфтәр иҫке. Һәм бер көйө тарих..Халҡыма, һуң, бөгөн ни булған? Йә,Хоҙайым! Ни гонаһтар өсөн, Ошо көнгә ниңә беҙ ҡалған? Йә,Хоҙайым! Беҙме инде шундай, Кеше көнлө ҡалыр бер өммәт? Раббым тием,аҙаштыра күрмә, Күрһәт инде,тура юл күрһәт. Барымтаһы була,ҡарымтаһы, Алғыш була,була ҡарғыш та. Халҡым түгел, минең илем баҫты, Кеше илен үткән бер ҡышта. (Венер Сәлихов)

473 views

Posted May 15

ҺУҢ ИНДЕ, ҺУҢ Һуң инде һуң... Туйҙар үткәс, Ниңә дөмбөр ҡағырға? Аштар бешкән...Тик ниңә һуң Усаҡҡа ут яғырға? Һуң инде, һуң... Ниңә кәрәк, Байрам үткәс, барабан? Каруан киткән... Ләңкей-ләңкей Ниңә саба ҡабаған? Мунса уҙған... Ниңә кәрәк Мейескә һаман утын? Ҡояш батҡас, хәйерле таң! - Күҙгә төйөлгәс йоҡоң? Мал урланған... Һуң инде, һуң Инде ҡапҡа бикләргә. Ҡараҡ ҡасҡан... Һуң инде, һуң Төйнәп йоҙроҡ һелтәргә. Бирәһе ҡорбан бирелгән... Яу үткәс, ҡулда ҡорал! Ер-әсәне тетрәндереп, Улдарын ерләй Урал... Танһылыу Ҡарамышева

474 views

Posted May 11

ӨМӨТ Ҡарҡылдамай бер ҡарға ла, Суҡышында ҡор булһа: Туя белмәҫ тамағына, Боғаҙына ҡол булһа. Сәңкелдәмәй бер көсөк тә, Уртында һөйәк булһа, Туйҙырған йылы ояһы Ҡәҙерле төйәк булһа. Һарыҡ йөкмәр бер бүре лә Олойом тип йолонмаҫ. Ҡалъя бүлгән батшаһына Бер вәзир ҙә йоғонмаҫ. Шул дәүерҙе лә үткәрҙек, Быныһын да үтербеҙ: Януарлыҡтан азат булған Ватан булып үҫербеҙ. Танһылыу Ҡарамышева

408 views

Posted May 10

ҒӘФҮ ИТЕГЕҘ, АҒАЙҘАР?! Башҡорт башын башҡорт ашай... Арыным орандарҙан. Башымды нисек күтәреп Үтәйем урамдарҙан?! Бармаҡ төртөп күрһәтәләр, Үҙ башҡортоң бит, тиеп. Йөрөргәме ни һәр ваҡыт Баштарҙы түбән эйеп. Кәңәш ҡорҙоҡ. Файҙаһынан Күберәк булды зыяны. Халыҡ ғәмен хәстәрләүсе Бер табынға һыйманы. Үҙеңдеке - үҙеңә яу... Шулай үткәнме ҡорҙар?! Килер бер көн: Халҡың өсөн Ни ҡылдың, тип һорарҙар. Һәр замандың – үҙ хитабы, Үҙ ханы һәм үҙ ҡоло. Китапҡа – хандар яҙыла, Тарихҡа – Халыҡ улы. Ғәфү итегеҙ, Ағайҙар, Халыҡ күргәнен һөйләй. Түргә ултырған берегеҙ Башҡалар көйөн көйләй. Үҙебеҙсә уй уйларға Ярамаймы ни хәҙер?! Йә, ҡасандан башҡорт башын Башҡорт ашарға әҙер?.. Әпкәләйҙәр булған, әммә Һатлыҡ булмаған халҡым. Шуға һаман эсебеҙ ҙә, Тышыбыҙ ҙа ут-ялҡын. Күтәрелә лә сығабыҙ, Быуғанда ғәҙелһеҙлек. Ятһа, тулы кеҫәләрҙә Йоҡлап ята ғәмһеҙлек. Быумағыҙ Һеҙ – юл бирегеҙ, Ышанығыҙ халыҡҡа. Кем тыңлар һеҙҙе, Кем һанлар, Ғәмлеләрҙе, бикләп ҡуйып, Әйләндергәс һарыҡҡа?! Башҡорт булыуы ҡыйын, тип, Ҡабатлайыҡмы тағын?! Аҫылдарҙың атылған йә Дарға аҫылған сағын?! Халыҡ күргәнен һөйләй шул, Халыҡ һөйләй белгәнен. Йөрәгенә Ҡот булып та, Ут булып та һеңгәнен. Шул утты һүндермәк булып, Ҡыланыуығыҙ – ауыр... Илегеҙгә, ерегеҙгә, Булмағыҙсы ят бауыр?! Ғәфү итегеҙ, Ағайҙар, Булайыҡ әле берҙәм. Юғиһә, хатта минең дә Башты алып ҡасҡы килә Илде яҡлар хандары ла, Илде һаҡлар улдары ла Ҡандар көҫәгән ерҙән. Ғәлиә Кәлимуллина

401 views
12•••891011121314