TGTGInsighttelegram intelligenceLIVE / telegram public index
Back to channels
Башҡорт теле avatar

TGINSIGHT CHAT

Башҡорт теле

@bashkort_tele

News and media

Subscribers245Current channel subscribers
Tracked posts166Indexed post count
Recent reach15,767Sum of recent post views
Recent posts

Recent posts

Page 8 of 14 · 166 posts

Posted Jun 7

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ҒӘҘӘТТӘРЕ «Башҡорт рухы» Ер йөҙөндә йәшәгән һәр боронғо халыҡтың быуаттар буйы булдырылған үҙ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре була. Был ғәҙәттәр (халыҡ ҡағиҙәләре) халыҡҡа үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Башҡорт халҡы — Урал тауҙары һәм уларға яҡын ерҙәрҙә формалашҡан бик боронғо халыҡ. Уның да йәмғиәт тәртибен көйләгән үҙ ҡағиҙәләре, йәғни ғәҙәттәре булған. Беҙ ошо ҡағиҙәләрҙе бер йыйынтыҡҡа тупланыҡ, уларҙы заманса донъяға яраҡлаштырҙыҡ, шул уҡ ваҡытта ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең асылын боҙмаҫҡа тырыштыҡ. Был ғәҙәттәр йыйынтығына башҡорт тормошондағы төрлө мәсьәләләр — ергә ҡарата мөнәсәбәттән ғаиләгә һәм башҡорт теленә тиклем — индерелде. Ошо йыйынтыҡта тупланған ғәҙәттәр халҡыбыҙҙы яңынан үҙ иманына, традицияларына, телде һөйөүгә ҡайтара алыр тип ышанабыҙ. Башҡорт халҡы мең йылдар буйы йәшәһен, үрсеп артһын, үҫешһен һәм донъяны үҙенең бай мәҙәниәте менән байытһын. Амин!

1,500 views

Posted Jun 7

Наш канал начинает выпускать сборник адатов (народных традиций) башкирского народа под названием "Башҡорт рухы". Каждый день будет выходить по одному адату. Начнем с первой главы "Земля".

377 views

Posted Jun 7

Беҙҙең каналда башҡорт халҡының "Башҡорт рухы" исемле ғәҙәттәре (халыҡ йолалары) йыйынтығы сыға башланы. Көн һайын бер әҙәт баҫылып сығасаҡ. Беренсе "Ер" бүлегенән башлайыҡ.

397 views

Posted Jun 7

Провокатор служащий тагуту, а не мусульманский шейх.

410 views

Posted Jun 5

473 views

Posted Oct 30

Башкиры, казахи и суфизм С XV в. в Урале и Поволжье Яссавийа начинает постепенно вытесняться братством Накшбандийа, объединившем школы Ахмада Яссави и Абдулхалика Гиждувани (1118-1180 (1220?) гг.). Сибирский хан Кучум (до 1525-1598 гг.) распространял ислам среди народов Западной Сибири с помощью сейида Ярыма и суфийских шейхов. После вторжения в 1582 г. атамана Ермака он начал борьбу с ним. В этой борьбе приняли участие башкирские племена Табын и Сынрян. После гибели хана его дело продолжили потомки: сыновья Али (ум. 1608 г.) и Ишим (ум. 1624 г.), внуки Аблай, Тевкель (захвачены в плен в 1635 г.) и Давлетгирей. Правнук Кучук, объявленный башкирским ханом, был одним из руководителей восстаний 1682-1684; 1707-1711 гг. Помощь этим движениям оказывал казахский суфий Тауке (ум. 1715 г.), избравший своей резиденцией священный для мусульман-суфиев. Туркестан (Ясы). Примечательно, что и Кучук и Тауке похоронены в мемориальном комплексе Ахмада Яссави. Известно, что главного предводителя восстания 1682-1684 гг. Сейида Сафира народ почитал «святым» и «чудотворцем». Источник: С.У. Таймасов. Роль суфизма в Башкирско-казахских отношениях конца XVII – первой половины XVIII века

1,740 views

Posted May 1

Прародитель тюрок «Все люди, которые высадились с корабля, заболели. Пророк Нух, его три сына и его три невестки выздоровели, все же другие люди умерли. После этого пророк Нух каждого из своих трех сыновей послал в разные земли. Сына своего по имени Хам он послал в землю Хиндустанскую, сына своего по имени Сам послал в страну Иранскую, сына своего по имени Яфес (Иафет) послал в сторону северного полюса. И сказал он всем им троим: "Из чад адамовых, кроме вас троих, никого не осталось. Теперь вы трое селитесь в трех юртах, а когда у вас станет много сыновей, детей, — превратите эти земли в свой юрт и живите там". О Яфесе некоторые говорят, что он был пророком, а некоторые говорят, что он не был пророком. Яфес, по воле своего отца, покинул гору Джуди и отправился к берегам Итиля и Яика. Он прожил там двести пятьдесят лет, потом скончался. У него было восемь сыновей; потомство от них было весьма многочисленное. Имена его сыновей следующие: Тюрк, Хазар, Саклаб, Рус, Минг, Чин, Кемери, Тарых. Яфес, умирая, посадил на свое место своего старшего сына Тюрка, а другим сыновьям своим сказал: "Тюрка считайте своим государем, из повиновения ему не выходите!".» – Абулгази Бахадур-хан. Родословная туркмен

2,310 views

Posted Mar 20

Нәсихәттәр Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән, Әхирәт эштәренә инан, тигән. «Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер, «Иман шарты»н өйрәнмәһә — Иван, тигән. Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән, Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән. Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ, Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән. Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән, Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән. Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор, Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән. Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән, Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән. Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер», — тигән —хурлыҡ, Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән. Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән, Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән. Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай, Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән. Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән, Сабыр кеше моратын табыр, тигән. Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө — хурлыҡ, Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән. Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк: Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.

2,050 views

Posted Mar 18

Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән Иң бөйөк көн әле ул алда Килер ул көн, килер ул ҙур байрам Туй яһарбыҙ шауҙап урамда. Ул туйға мин бәлки барып етмәм, Ярһыу атым янып йығылыр. Тик минһеҙ тулы булыр ул туй, Мин белмәгән дуҫтар жыйылыр. Һөйҙәшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр алар мине лә. Сөнки мин киләсәк менән бергә Һаҡтап саптым, телем, һине лә. Рәми Ғарипов

2,720 views

Posted Jan 19

Күпмелер ваҡыт үткәс, ул миңә боролмай ғына: - Һин бындамы әле ул, ҡыҙыҡай? Бар, ҡайт. Рәхмәт. Аҙаҡ "Йөрәк һүҙе"ңдең тулы яҙмаһын килтерерһең, йәме, - тине. Быйыл "Йөрәк һүҙе" 18 апрелдә алтынсы тапҡыр уҙасаҡ, унһыҙ уҙасаҡ... Әммә, иманым камил, халҡыбыҙ үҙ итеп ҡабул иткән шиғриәт бәйгеһе сәхнәһенән яратҡан Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында шиғырҙар мотлаҡ яңғыраясаҡ! @ Наилә Сәфәрғолова *** Ил уланы башын эймәй Халҡына булды ҡалҡан. "Йөрәк һүҙе"ндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арналған шиғыр Фәнил: Салауаттың язаһынан Үткән, балам, күп ғүмер. Тик тарихтың усағында Һүнмәгән ошо күмер. Баҙлап ҡына ятҡан утта Ҡыҙа, ҡыҙара тимер. Илһөйәрҙәргә баҫыла «МИЛЛӘТСЕ» тигән мөһөр. Телһөйәрҙәргә тағыла Шул уҡ «Милләтсе» һүҙе. Һуҡыр булып ҡала күптәр Булһа ла күрер күҙе. Ил ағаһы исемен дә Әйтеү беҙгә тыйылды Ҡол булдыҡмы, ҡурҡаҡмы беҙ Өндәребеҙ тығылды!.. Ил ағаһы һигеҙ йылға Тере килеш күмелде!. Ошо ауыр хыянат гел Ҡырып тора күңелде. Азалина: Һуҡыр булып ҡала күптәр Күрһә лә күрер күҙе, Тигән инең миңә, атай, Әсенеп кенә үҙең, Ни хаҡта ине һүҙең? Фәнил: Ил ағаһын рәнйеттек беҙ, Шул хаҡта ине һүҙем. Хурлыҡтан бит күптәребеҙ Йәшерҙе күргән күҙен. Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе Тарих битенә яҙа. Нисек нахаҡты кисерҙең Ил ағаһы Мортаза? Бөгөн килеп данлайбыҙ ҙа Һинең оло исемде. Ярамһаҡҡа индермәгеҙ Зинһар, минең есемде. Теҙләндерер саҡта донъя Һынманы халҡым улы. Милләтенә һуҙҙы һәр саҡ Мәрхәмәт тулы ҡулын. Ил уланы башын эймәй Халҡына булды ҡалҡан. Ялғандан тормош тирмәне Яһай һәр саҡ он-талҡан Азалина: Ил ағаһын күргем килә, Ул бит миңә олатай! Ул төҙөгән мәктәпкә лә Мин йөрөр инем, атай. Фәнил: Ил ағаһы арабыҙҙа Милләтемдең ул ҡото Йөрәгенә өмөт һалып Уятты ул башҡортто Ил уланы үҙ халҡының Рухын ҡурсыған атай. Иле өсөн янып көйгән Аҡһаҡал ул олатай. Ул астырған күп мәктәпкә Эленгән бөгөн йоҙаҡ. Халҡым киләсәге өсөн Ҡоролған ошо тоҙаҡ. Сабылған беҙҙең тамырға Милләт ҡанһырар балта Туған телем киләсәген Томандар тора ҡаплап. Үҙ телемдә уҡытырға Яҙам һиңә ғариза. Киләсәгем ҡайҙа илтер Эштәр ҡалғас ҡағыҙға. Азалина: Хаҡлыҡ ҡалҡа, һыуға батмай Ошо дөрөҫмө, атай? Беҙ башҡорттар булырбыҙмы Шул борсой мине, атай? Фәнил: Башҡорттарҙың киләсәге - Берҙәмлектә, берлектә. Илен яҡлап һүҙен әйтеү Яҡлай алыу, ирлектә. Берҙәмлектең усағында Гел дөрләп торһа ялҡын. Дәүерҙәрҙе атлап сығыр Илһөйәр ғәзиз халҡым. Хөрмәт итһә үткәндәрен, Телһөйәр булһа балам, Киләсәккә милләтемдең Ышаныс менән бағам. © Фәнил Бүләков

1,540 views

Posted Jan 19

Нисек нахаҡты кисерҙең, Ил ағаһы Мортаза?.. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡындағы иҫтәлектәрҙән: 2017 йылда беренсе тапҡыр уҙғарылған "Йөрәк һүҙе"нән һуң Мортаза Ғөбәйҙулла улы мине үҙенә саҡыртып алды. - Һин унда бик шәп фестиваль уҙғарып ятаһың икән, халыҡты илатып бөткәнһең. Кеше шулай ти бит. Мин БСТ-ны ҡарамайым. Видеояҙмаһын килтерһен әле тигәйнем, алып килдеңме? - тип баҫып ҡулын биреп ҡаршы алды ул мине. - Мортаза Ғөбәйҙуллович, алып килдем, рәхмәт, фестиваль түгел, шиғриәт бәйгеһе уҙғарҙым. Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау ниәте менән сентябрь айында урамдарға сыҡҡан милләттәштәребеҙҙең #Оран булып яңғыраған аһ-зарынан тыуған мәҙәни бер сара булды ул,- тинем. - Ярар, ә кем ярҙам итте һуң уҙғарырға, ниңә миңә килмәнең? Бүләге лә шәп булған - машина! - Илшат Азамат улы Тажетдинов ярҙам итте. Рәхмәт уға! Туған телдең бәҫен юғары тоторға кәрәк, ана бит "Һылыуҡай" конкурстарында еңеүселәргә ҡиммәтле тундар, машиналар бирәләр, ә "Туған телем", "Тыуған илем", "Тыуған ерем", "Ғәзиз халҡым" тип уның яҙмышы хаҡында борсолоп, оло сәхнәләрҙе халыҡ трибунаһы итеп, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтә белгәндәргә баһа ла ҙур булырға тейештер бит, Мортаза Ғөбәйҙуллович, - тип һүҙемде дауам иттем. - Дөрөҫ әйтәһең! Ҡара әле, Илшат рухлы ғына егет икән, маладис! Минән дә берәй премия булдырайыҡ. Тағы ла ҡасан үткәрәһең? - тип һораны ул ҡыҙыҡһынып. - Әлегә был бәйгенең дауамы хаҡында уйламағайным. Һеҙ әйткәс 2018 йылда ла үткәрергә тырышырмын инде хәҙер, Мортаза Ғөбәйҙуллович. - Халыҡ юҡҡа ғына шау-гөр килмәйҙер, халыҡ оҡшатҡас, тимәк, ул кәрәкле сара! Һин күп уйланма - мотлаҡ эшлә! Минән дә махсус премия булыр, - тип "Йөрәк һүҙе - 2017" яҙмаһын алып ҡалды. Ә инде 2018 йылда үҙем барып саҡырыу ҡағыҙын ҡулына тотторғас, ул: "Килермен, мине белгәндәргә сәләм әйтә тор,"- тип арҡамдан һөйөп, йылмайып тороп ҡалды. Беренсе Президентыбыҙҙы һуңғы минутҡа тиклем көттөм, бәйге башланғас та килмәнеме икән тип фойеға сығып-сығып ҡарап йөрөнөм - өмөт аҡланманы... Ул бик теләһә лә, халыҡ араһына сығырға баҙнат итмәне шул... Ышанырлыҡмы ни, ял белмәгән, халҡынан башҡа үҙен бер генә секундҡа ла күҙ алдына килтерә алмаған Президент(!), шиғырҙа яҙылғанса, "8 йылға тере килеш күмелгәйне" бит ул саҡта!.. Шунан "Йөрәк һүҙе"нән һуң ике көн дә үтмәне, ул мине тағын үҙенә саҡырып алды. Уға шиғриәт бәйгеһендә уҡылған, Учалы егете Фәнил Бүләков менән уның ҡыҙы Азалия башҡарыуындағы видеояҙманы алып барҙым. Ил ағаһы мине, аяғының ауыртыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәттәгесә баҫып, ҡулын күрешергә һуҙып ҡаршы алды. Йүгереп килеп күрештем дә: - Халыҡ Һеҙҙе көттө, бик көттө, Мортаза Ғөбәйҙуллович,- тинем. - Ысынмы? Мин барырға йыйынып та бөткәйнем былай... - Һеҙгә күстәнәскә бер шиғыр алып килдем әле бына. Тыңлайһығыҙмы?- тип флешканы уға һуҙҙым. Ул: - Был нәмәне компьютерға ҡуя беләһеңме һуң үҙең, әллә ярҙамсымды саҡырайыммы? Тыңлағы килә, әлбиттә. Миңә әйттеләр ул һеҙгә арнап "Йөрәк һүҙе"ндә шиғыр уҡынылар тип. Халыҡ иланы, тамашасылар оҙаҡ итеп ҡул сапты тип тә әйттеләр, әйттеләр. Әле мин шул осрашыуҙы иҫләйем дә, үҙем илайым, дуҫҡайҙарым... Бына нисек булды ул: Өҫтәлендәге монитор аша видеояҙманы бер тапҡыр ҡарағандан һуң, ул күҙ йәштәре аҡҡан йөҙөн күрһәтмәҫкә тырышып: - Быны тағы ла бер тапҡыр тыңлап буламы? - тип һораны. Мин видеоны ҡабатлауға ҡуйҙым да ҡарарға ҡамасауламайым тип уның өҫтәленән ситкәрәк барып баҫтым. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, уң ҡулы менән битен ҡаплабыраҡ, Фәнил Бүләковтың "Ил ағаһы" исемле шиғырын тыңлай... Ваҡыты-ваҡыты менән, уның яҙмыш баҫҡан яурындары ҡалҡып-ҡалҡып ала, мышнап та, ауыр тын да алып ебәрә... Иҫ китмәле, мәңге онотолмаҫ, тетрәндергес күренеш булды ул минең өсөн! Тын да алмай уны күҙәтәм - ул бирелеп китеп, хисләнеп тыңлай: ..."Ил ағаһын рәнйеттек беҙ, Шул хаҡта ине һүҙем. Хурлыҡтан бит күптәребеҙ Йәшерҙе күргән күҙен. Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе Тарих битенә яҙа. Нисек нахаҡты кисерҙең, Ил ағаһы Мортаза?.." Субырлап аҡҡан күҙ йәштәре ҡаршылыҡһыҙ уның танауы буйлап ағып, имән өҫтәлгә суп-суп итеп тама... Тынлыҡ...

1,150 views

Hashtags

Posted Dec 13

Тарих Ике башлы таяҡ тарих: Бер осо - дан, берһе - ҡан. Мең ҡорбанға бер еңеү тик, Бер ғүмергә мең ҡорбан! Ике яғы үткер бысаҡ - Ҡайралған хәнйәр тарих. Бер яғында илһаҡларҙар, Бер яҡта баҫҡын халыҡ. Көсләү менән мөхәббәттең Айырмаһын тоймаусы, Алға, тиеп ынтылғанда Артҡа киткән ылаусы, Уңаҡай ҙа, һулаҡай ҙа, Тарих - сәйер сәйәхәт, Бер бите аҡ, берһе ҡара, Ике йөҙлө хәйләкәр. Тарих - хәтер, хәтерһеҙлек: Һәйкәлләнгән төбәктәр, Онотолған, рәнйеп ятҡан, Ерләнмәгән һөйәктәр! Барыһы ла бер йөрәктә, Бәғерендә халыҡтың. Бер осо дан, бер осо ҡан: Башы ике тарихтың... 2020 йыл Танһылыу Ҡарамышева

1,100 views
12•••678910•••1314